Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йома, 29.03.2024, 12:15

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1213

Телмәр үҫтереү

Мәктәптә башҡорт телен уҡытыу проце­сында уҡытыусылар йыш ҡына уҡыусыларҙы туған телдә дәрес яҙырға өйрәтеүҙе, уларҙың грамматик категорияларҙы иҫтә ҡалдырыуын төп маҡсат итеп ала һәм белем биреү менән бергә уҡыусыларҙың бәйләнешле һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү кәрәклеген, туған һүҙҙең кешене үҫтереү сараһы икәнлекте, йәғни туған тел уҡыусыларҙа милли менталитетты тәрбиәләүгә ярҙам иткәнлекте  күҙ уңынан сығара.

Хәҙерге дидактикала белем биреүҙең йөкмәткеһен тәшкил итеүсе түбәндәге эле­менттарҙы: 1) тәбиғәт, йәмғиәт, фекерләү, техника, эшмәкәрлек итеү хаҡындағы бе­лемгә; 2) эшмәкәрлек итеүҙең билдәле ысул­дарын тормошҡа ашыра белеү тәжрибәһенә; 3) ижади эшләй белеү һәләтенә; 4) ысынбар­лыҡ, кешеләр менән мөнәсәбәткә инеү нормаларына эйә булыуҙы айырып күрһәтеү ҡабул ителгән.

Уҡыусыларға белем биреү һәм уларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү эшенең йөкмәткеһен билдәләгәндә, был элементтар бер-береһенә яҡыная, үҙ-ара киҫешә, мөнә­сәбәткә инә, сөнки уҡыусылар бәйләнешле телмәр төҙөү тәжрибәһен үҙләштергәндә ижади эшләргә өйрәнә, бының өсөн улар текст, уның структур элементтары, текстағы һөйләмдәрҙең үҙ-ара бәйләнеү юлдарын, са­раларын белергә, текстың жанр үҙенсәлектәрен күҙалларға тейеш була.

Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, үҙҙәре­нең телмәрен дөрөҫ ойоштора алһын өсөн уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеге теория­һы нигеҙҙәрен дә белеүе талап ителә. Тел­мәрҙең темаһын, уның төп фекерен асып би­реү өсөн улар материалды туплау, уны эш­кәртеү, системалаштырыу кеүек эшмәкәрлек­тең мөһимлеген аңлай, шулай уҡ ҡараламала яҙылған тексты редакторлай белеү һәләтенә лә эйә булырға кәрәклекте оноторға тейеш түгел. Уҡыусыларҙың был өлкәләге белемдә­ре, әлбиттә, практик телмәр эшмәкәрлегенә туранан-тура мөнәсәбәтле була.

Телмәр үҫтереүҙе беҙ уҡыусыларҙың һүҙ байлығын киңәйтеү, уларҙың туған телдең лексик, һүҙьяһалыш, орфоэпик, грамматик һәм стилистик нормалар системаһын белеүе тигән төшөнсәләр, йәғни балаларҙың үҙ фе­керен телдән һәм яҙма формала дөрөҫ ой­оштора белеү күнекмәләре: менән бәйләй­беҙ. Уҡыусыларға белем биреүҙән тыш, улар­ҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙең әһә­миәте тураһындағы фекер дөйөм урта белем биреүсе башҡорт һәм рус мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса программа­ларҙың нигеҙен тәшкил итә. Был маҡсатты тормошҡа ашырыу укыусыларҙы изложение­лар һәм иншалар яҙырға өйрәтеүҙән тыш те­зистар һәм конспекттар төҙөргә, башҡарыл­ған эштәр тураһында төрлө типтағы отчеттар, уҡылған китаптарға ҡарата баһаламалар яҙырға, ҡулъяҙмаларҙы редакторларға өйрәтеү кәрәклегенең дә мөһимлеген күрһәтә. Бындай эштәрҙе тормошҡа ашырыу махсус телмәр үҫтереү дәрестәрендә изло­жениелар һәм иншалар яҙҙырғанда ғына түгел, ә тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә системалы алып барылырға тейеш.

Бөгөн уҡытыусыға уҡыу процесын ойош­тороуҙа киң мөмкинселектәр асылған: хәҙер­ге дәрестәр йөкмәткеһе һәм формаһы бу­йынса күп төрлө, ул тик традицион дәрестәр рамкаһында ғына ҡала алмай. Дәрестә уҡыусыларға етди төшөнсәләр тураһында һөйлә­гәндә материалды үтә ябайлаштырып бирер­гә лә кәрәкмәй. Материал уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып аңлаты­лырға тейеш. Был осраҡта, әлбиттә, уҡытыуҙың яңы технологияларын ҡулланыу, материалды ҡабул итеүгә уҡыусының тәрән ҡыҙыҡһыныуы, ынтылышы уңыштың нигеҙен тәшкил итә һәм ыңғай һөҙөмтә бирә.

Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә тек­старҙы файҙаланыу, уларҙы анализлау про­цесында уҡыусылар һәр милләт­тең мәҙәниәте, рухы сағылыуы, телдең һәм мәҙәниәттең үҙ-ара бәйләнешле булыуы тураһында белем алалар.

Уҡыусыларға белем биреү һәм уларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүгә бағышлан­ған дәрестәр формаһы һәм йөкмәткеһе бу­йынса төрлөсә: лекция, әңгәмә, практик эш­тәр һ.б. булырға мөмкин, шулай ҙа дәрестә ижади эштәргә өҫтөнлөк биреү маҡсатҡа ярашлыраҡ, сөнки уларҙы башҡарғанда укыусылар үҙаллы һәм уҡытыусы ярҙамында төрлө типтағы текстарҙы төҙөргә өйрәнә., уларҙың лингвистик анализ яһай белеү күнекмәләре нығына. Тағы ла шуны оноторға ярамай; әгәр ҙә материалды аңлатыу өсөн уҡытыусы лекция методын һайлаһа, уның телмәре уҡыусыларға аңлайышлы, улар ҡабул итерлек һәм, әлбиттә, монологик телмәрҙең өлгөһө булырға тейеш. Бының өсөн уҡытыусының үҙ телмәрен ойоштороуға, уның төҙөлөшөнә, йөкмәткеһенә үтә лә иғтибарлы булыуы талап ителә.

Бәйләнешле телмәр, йәғни текст төҙөү есөн уҡыусылар телдең нескәлектәрен, факт­тарын (һөйләмдәрҙе бер-береһенә бәйләүсе сараларҙы, ҡанатлы һүҙҙәрҙе, телдең эмоциональ-экспрессивлыҡ сараларын һ.б.); тормоштағы төрлө күренештәрҙе, кешеләр араһында булған мөнәсәбәттәрҙе дөрөҫ баһалай белергә, телдәге һүҙҙәрҙең, терминдарҙың мәғәнәһен аңларға, уларҙы урын­лы ҡуллана белеү һәләтенә лә эйә булырға тейеш.

Уҡыусыларҙың был йүнәлештә алған бе­лем-күнекмәләрен ике төркөмгә бүлеп ҡа­рарға мөмкин.

Беренсе төркөмгә уҡыусыларҙың бәйлә­нешле телмәр төҙөү менән бәйле булған аб­зац, монолог, китап телмәре стиле, уның сти­листик биҙәлеше, текст синтаксисы, стили­стика; телмәрҙең темаһы, хикәйәләү, тасуир­лау, хөкөмләү кеүек төшөнсәләрҙең йөк­мәткеһен белеүе ҡарай.

Икенсе төркөмгә уҡыусыларҙың көнкү­рештәге предметтарҙы (әйберҙәрҙе); хайуан­дарҙы, биналарҙы, билдәле бер урынды һүрәтләй; дискуссион темаларға фекер йө­рөтә белеү; теге йәки был күренештәрҙең эстәлеген асып бирә алыу төшөнсәләре инә. Әлбиттә, был төшөнсәләрҙең йөкмәткеһе билдәләмәләрҙе ятлап түгел, ә практик йүнәлешле итеп үҙләштереүгә ҡайтып ҡала.

Тәжрибәләр күрһәтеүенсә, белем алыу һәм уны телмәрҙә ҡуллана белеү күнекмә­ләре уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү проце­сында барлыҡҡа килә: уҡыусылар текстар төҙөгәндә алған белемдәрен нығыта, был ос­раҡта шулай уҡ уларҙың интеллектуаль фекерләүе, коммуникатив һәләте, факттарҙы ту­плай, иң кәрәклеһен һайлай, иң мөһимдәрен билдәләй, дөйөмләштерә, һығымталар яһай белеү күнекмәләре үҫешә.

Был күнекмәләр укыусыларҙы текстың планын төҙөү, ҡыҫҡа, ләкин тулы итеп уның йөкмәткеһен һөйләп бирә белеү, уҡылған­дарҙан сығып, кәрәкле материалды һайлай белергә өйрәнеү һәм киләсәктә уҡыусыларҙа белемде үҙаллы алыу һәләтен, теләген үҫте­реүгә булышлыҡ итә.

Артабан эш ҡатмарландырыла: өйҙә уҡыусыларҙан стена гәзитенә мәҡәләләр яҙҙырыла, әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау бу­йынса докладтың тезистары, конспекттар төҙөтөлә; этюдтар, һүрәтләмәләр, нәҫерҙәр, күҙәтеүҙәр кеүек ижади эштәр башҡарырға ҡушыла.

Ләкин был маҡсатҡа ирешеү өсөн уҡытыуҙың традицион методтары, алымдары менән генә эш итеү етмәй. Уҡытыусы заман талаптары­нан сығып, яңы технологияларҙы ҡулланып, уҡытыуҙың үҫтереүсе алымдарын, педагогия, психология фәндәренең ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып, тел уҡытыу методикаһында барлыҡҡа килгән һуңғы ыңғай тәжрибәләргә таянып, үҙенең барлыҡ һәләтен, белемен эшкә егергә тейеш була,: сөнки һәр дәрес ул — ижади процесс. Бында тағы ла шуны әйтергә кәрәк: дәрестә уҡытыусы үҙ фекерен уҡыусыларға көсләп тағырға тейеш түгел, уның бурысы — балаларҙың хис-тойғоларын, ысынбарлыҡҡа ҡарата мөнәсәбәтен белде­реүгә, эмоцияларын дөрөҫ сағылдырыуға ярҙам итеү һәм быға ирешеү өсөн тейешле шарттар тыуҙырыуға ҡайтып ҡала.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz