Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шаршамбы, 08.05.2024, 21:54

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Тормош-көнкүреш йырҙары

Башҡорт халыҡ лирик йырҙарының ҙур ғына өлөшөн тор­мош-көнкүреш йырҙары тәшкил итә. Бындай йырҙарҙа лирик герой сифатында һүрәтләнгән ир-егеттәрҙең бер нисә быуыны кисергән уй-тойғоларҙы, хис-кисерештәрҙе күрергә мөмкин. Улар, нигеҙҙә, тыуған ер, мал, социаль тигеҙһеҙлек, яҙмыш, ҡайғы-хәсрәт, йыр-мәжлес, дуҫлыҡ-туғанлыҡ кеүек мотивтар менән тығыҙ бәйләнештә бирелә.

Тормош-көнкүреш тураһындағы йырҙарҙы байҡағанда һүҙҙе ер-һыу һәм мал-тыуар хаҡында сығарылған йырҙар төркөмөнән башлау дөрөҫ булыр, сөнки быуаттар буйы тәбиғәт ҡосағында тәбиғәт балаһы булып йәшәгән һәм нигеҙҙә мал аҫрап көн иткән халыҡтың рухи донъяһы мал-тыуар менән дә, тәбиғәт күренештәре менән дә бәйле үҫкән.

Күп кенә йырҙарҙа халыҡ үҙенең төйәге итеп поэтиклаш­тырған Уралдың тау-ҡаяларын, йылға-күлдәрен данлап йыр­лаған. "Йәмле Ағиҙел буйҙары", "Йәмле Дим буйы", "Түңәрәк күл", "Саңды үҙәк", "Күс юлы" кеүек йырҙарҙа ер-һыу матурлығы менән һоҡланыу, уны ололау мотивтары төп урында тора: тыуған ерҙең һыуы ла тәмле, һауаһы ла тәнгә сихәт кенә, уның бер бөртөк еләге лә янған йөрәккә ял булырҙай, хәсрәтле уйҙарҙы таратырҙай.

"Иртәнсәккәй тороп бер ҡараһам..." тибында башланып киткән йырҙарҙы ла ир-егеттәр күңелендә тәбиғәт образдары­на бәйле тыуған мираҫ итеп ҡабул итергә кәрәк ("Иртәнсәккәй тороп, ай ҡараһам, саңҡ-саңҡ итә Ирәндек бөркөтө", "Иртән­сәккәй тороп, ай, ҡараһам, Ҡырҡты менән Өрпәк күренә", "Иртәнсәккәй тороп, ай, ҡараһам, Ирәндеккәй ята (ла) күгә­реп" һ. б.).

Халыҡтың тыуған илгә, ергә булған һөйөүе йырҙарҙа төрлө поэтик биҙәктәр аша бирелергә мөмкин. Бер осраҡта ул, мәҫәлән, риторик һорау рәүешендә бирелһә ("Ирәндеккәй кеүек, ай, тау ҡайҙа, Төйәләҫкәй кеүек һыу ҡайҙа?"), икен­сеһендә иһә Урал тауының ябай ғына бер тапты ла тыуған илдең символы дәрәжәһенә күтәрелеп поэтиклаштырыла.

Тыуған ергә булған һөйөү — иң изге, иң мөҡәддәс тойғо. "Алтын ғына көмөш сыҡҡан ерҙән тыуып ҡына үҫкән ил яҡшы", "Йән биреүкәйҙәрҙән ауыр икән тыуып үҫкән илде ташлауы", ти йыр. Был тойғоно яугир ир-егеттәр ҙә, сал ил ағалары ла ғүмерҙәренең һуңғы көндәренә саҡлы һаҡлап йөрөтә. Хатта үлем түшәгендә лә улар тыуған төйәккә тағы бер генә булһа ла күҙ һалырға, тирмә ишеге аша булһа ла ер-һыуҙары менән хушлашырға тырыша.

Халыҡтың тыуған иленә булған һөйөүе хатта ҡатын-ҡыҙҙарҙың фажиғәле яҙмышы тураһындағы йырҙарҙа ла киң таралған. "Ғилмияза" йырында, мәҫәлән, йөрәкте өҙөрҙәй шундай юлдар бар.

Тормош-көнкүреш йырҙарында тыуған ил темаһы халыҡ­тың тормош-көнкүреше, ир-егеттәрҙең социаль хәле менән айырылмаҫлыҡ бер бәйләнештә бирелә. Бына шуға күрә лә бындай йырҙарҙың ҙур бер төркөмөндә тыуған ил, ир-егет һәм мал төшөнсәләре тулы бер бөтөндө тәшкил итә: ир-егет үҙенең тыуған тупрағына ни хәтле генә ерегеп үҫмәһен, бер мәл ул мал табыу ниәте менән бәхет эҙләп сит илдәргә сығып китергә мәжбүр. Үҙ илендә ҡәҙере булмаған бындай ир-егеттәрҙең яҙмышы йырҙарҙа шаҡтай тулы һүрәтләнә: "Илдәренән биҙеп, йыһан гиҙеп, ир-егеткәй йөрөй мал өсөн" йәки "Ир-егеткәй илдән китмәҫ ине, ҡулдарында уның мал булһа". Шул рәүешле йырҙарға мал төшөнсәһе менән бергә социаль тигеҙһеҙлек мотивтары килеп инә. Был турала "Ишбирҙин" тигән йырҙа айырыуса бер тулылыҡ менән әйтеп бирелгән.

Йырҙар бына ошондай тигеҙһеҙлектең төп сәбәбен мал менән бәйләп аңлата. Синфи йәмғиәт шарттарында мал кеше­нең йәмғиәттәге урынын, уның кешелек дәрәжәһен билдәләүсе бер предметҡа әйләнә, йәнле бер предмет булып күҙ алдына баҫа, бөтә нәмәне эшләргә форсат биреүсе ҡөҙрәтле көс булып һынлана ("Өйҙөрәк буйы", "Малтабар" йырҙары һ. б.). Шуға күрә ир-егет илдән илгә йөрөп бил бөгә, әсе тирен түгеп байға хеҙмәт итә, әммә хыялда ғына йәшәгән, күңелгә өмөт сатҡы­һы биргән малды табыуы ауыр. Малтабар кеүек ир-егеттәрҙең яҙмышы йырҙарҙа шаҡтай тулы күҙ алдына баҫа. Уларҙың бер төркөмө, ауырлыҡ менән теләгенә ирешеп, әҙме-күпме мал менән тыуған иленә әйләнеп ҡайта. "Йөрөһәң дә малдар, ай, табыла, йөрәккәйгә ҡандар һауыла", ти был хаҡта йыр. Бын­дай ир-егеттәрҙе халыҡ ҡайҙа барһа ла кәм-хур булмаҫ кеше итеп баһалай. Ләкин синфи йәмғиәт шарттарында "табыл­маған донъя малы өсөн" күптәрҙең башы ҡаңғыра, йөҙө һар­ғая, ә ҡайһы берәүҙәр хатта баштарын һала. "Ялан йыры","Маһисәрүәр"   кеүек   йырҙарҙа   бына   шундай   егеттәрҙең фажиғәле яҙмышының поэтик һыйланышы бар.

Йырҙарҙа донъя һәм мал табыу ауырлығына бәйле тыуған тағы бер мотив күҙгә ташлана. Ул "малһыҙ ҙа уңайын табып йөрөгән" һәм төшөнкөлөккә бирелмәгән ир-егеттәр тураһын­дағы йырҙар төркөмөндә асыҡ күренә. Бындай тәүәккәл ир-егеттәр йырҙарҙа күберәген "ирмен тигән ир-арыҫлан", "ирмен тигән аҫыл ирҙәр" йәки "ирҙең солтаны" тигән исемдәр менән йөрөй. Аҫыл ирҙәр хаҡындағы йыр-моңда барыһынан элек тормош фәлсәфәһе менән ҡушылған өгөт-нәсихәт мотивтары өҫтөнлөк итә. Йыр ир-егеттәрҙең намыҫлы һәм батыр, тырыш һәм сабыр булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала, уларҙы ауырлыҡ килгәндә лә күҙ йәше түгеп юғалып ҡалмаҫҡа, уяу булырға өндәй. Бындай йырҙар үҙҙәренең идея-тематик йөкмәткеһе менән хатта мәҡәлдәргә торорлоҡ, борон-борондан тапшырыла килгән әхлаҡ нормаһы итеп ҡабул итерлек: "Ма­лың булмаһа ла, намыҫың булһын, намыҫ менән ҡиммәт ир башы", "Фәҡирлек менән йәтимлекте белгертмай ҙә ирҙең солтаны" һ. б.

Ләкин синфи йәмғиәт шарттарында ир-егет ни хәтле генә аҫыл һәм уяу булмаһын, социаль тигеҙһеҙлек, ҡайғы-хәсрәт һәм нужа уның тормош юлдашы булып ҡала. Йәш сағында мал, бәхет, мөхәббәт тураһында хыялланып моңланған ир-егеттәр күңелен, ир уртаһына еткәс, үткән ғүмер, туған-тыу-масалыҡ, баштан китмәҫ ҡайғы-хәсрәт хаҡындағы уйҙар-йырҙар биләй башлай. "Үткән ғүмер", "Ғүмер", "Һаралйын", "Ғәйшә", "Ильяс" кеүек бер төркөм йырҙарҙа халыҡтың ғүмер, йәшәү хаҡындағы ҡараштарының төрлө яҡлап сағылышын күрергә мөмкин. "Үткән генә ғүмерем, ай, буш кеүек, ҡалған ғына ғүмерем төш кеүек", "Уйнап-көлөүҙәрҙән, ай, туйған юҡ, йәш ғүмеркәй үтә — тойған юҡ", ти йыр. Фа­ни донъя тураһындағы йырҙарҙа "дөйөм кешелек" мотивтары көслөрәк яңғырай: ғүмерҙең ҡыҫҡа булып тойолоуы, йәшлек­тең кире ҡайтмауы, киләсәктең билдәһеҙ булыуы кешеләрҙе моңайта, үкендерә, фәлсәфә һуҡмағына әйҙәй. Быуын-быуын туплана килгән тормош тәжрибәһе кешене ҡалған ғүмер хаҡында нығыраҡ уйландыра, киләсәктең бәхетле булырына өмөтләндерә, ғүмерҙе зая үткәрмәҫкә, бергә-бергә ярҙамла­шып, дуҫ-иш булып йәшәргә саҡыра.

Йырҙарҙа берҙәмлек һәм туғанлыҡ теләктәре мәжлес йырҙары төркөмөндә дуҫ-ишлек, ағай-энелек мотивтары ме­нән тағы ла тулылана төшә. Халыҡ туғанлыҡты ашап-эсеүҙә түгел, ә татыу, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәүҙә күрә. Ихлас дуҫтарҙы йыр донъя терәге итеп баһалай һәм ир-егеттәрҙе туғандарса, дуҫ йәшәргә саҡыра.

Тормош-көнкүреш йырҙарының бер төркөмөн тәшкил иткән мәжлес йырҙары ауыр тормош шарттарында ла халыҡ күңеленең оптимистик асылын сағылдыра. Уйын-көлкө, һый-хөрмәт, ҡунаҡ-төшөм тураһындағы йырҙар, һис шикһеҙ, донъянан төңөлмәгән, киләсәккә ышаныс менән ҡараған һәм үҙендә ҙур рухи көс барлығын тойған халыҡ күңелендә генә тыуырға мөмкин. "Ҡымыҙ йыры", "Табын йыры", "Ҡарттар көйө", "Мәжлес йыры" кеүек йырҙар бының асыҡ үрнәге бу­лырлыҡ.

Шул уҡ ваҡытта мәжлес йырҙарында халыҡ моңоноң иж­тимағи-эстетик роле шаҡтай тулы сағылған. Уларҙан күре­неүенсә, халыҡ күңеленә йыуаныс һәм ҡыуаныс булырҙай йыр, моң-зар шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы уртаҡлашыу ихтыяжы­нан тыуған. "Беҙ йырламай йырҙы кем йырлаһын, быуын-быуын һайын зар килгән", ти йыр.

 

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz