Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йома, 26.04.2024, 20:15

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Тултырыусы

Һөйләмдә ҡылымды асыҡлаусы эйәрсән киҫәк тул­тырыусы тип атала. Тултырыусы ҡараған ҡылым һөйләмдә күбеһенсә хәбәр ролен башҡара. Тултырыусы төбәү, төшөм, сығанаҡ һәм урын-ваҡыт килештәрҙең һорауҙарына, кем менән? нимә менән? кем өсөн? нимә өсөн? кем тураһында? нимә тураһында? кем тарафы­нан? нимә тарафынан? кем булып? нимә булып? кем итеп? нимә итеп? кем урынына? нимә урынына? һорауҙарына яуап ҡайтара[1].

Тултырыусы түбәндәгесә белдерелә:

·                     Төбәү, төшөм, сығанаҡ һәмурын-ваҡыт ки­лештәге исемдән һәм бүтән һүҙ төркөмдәренән килә: Тауҙары — алтын-көмөшкә, һыуҙары ба­лыҡҡа, ҡырҙары — игенгә, урмандары һылыу ағастарга бай ул ерҙең. (Р. Ниғмәти.). Ҡайындың туҙын маҡта, имәндең үҙен маҡта. (Мәҡәл.) Астан ҡаҙан аҫтырма, яланғастан кейем бестермә. (Мәҡәл.) Гёте башҡорт егеттәренең думбырала, ҡумыҙҙа һәм ҡу­райҙа уйнауҙарын ҡыҙыҡһынып тыңланы, төрлө нәмәләрҙе һорашты. (Я. Хамматов.)

·                     Тултырыусы   вазифаһын   менән,   өсөн,   башҡа, тыш, тураһында, тарафынан, булып, итеп, урынына бәйләүестәре менән килгән исемдәр йәки бүтән һүҙ төркөмдәре үтәй: Улың менән маҡтанма, улыңдың эше менән маҡтан. (Мәҡәл.) Егет үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә. (Мәҡәл.) Әсәйем менән Серафим ағай нефть ту­раһында, буровойҙағы мәшәҡәт хаҡында һөйләшеп ултыралар. (Ә. Бикчәнтәев.) Эшселәр һәр көн ҡаланың ҡыҙылдар тарафынан алыныуын көтәләр. (М. Ғафу­ри.) Ауыл хужалығы мәктәбенә мөдир булып яңы кеше килде. (А. Таһиров.) Ҡотлобаев колхозда ике йыл ғына агроном булып эшләне лә рәйес итеп үрләтелде. (Ә. Хәкимов.) Мин һине, ҡустым, Аҡназар урынына үҙемә ярҙамсы итеп алам. (Б. Бикбай.)

Тултырыусылар тура һәм ситләтелгән тултырыусы­ларға бүленә[2].

Тура тултырыусы эш-хәрәкәт төшкән предметты аңлата. Ул һәр ваҡыт төшөм килештә тора, ә хәбәр күсемле ҡылымдан килә. Тура тултырыусы билдәле төшөм килештә лә, билдәһеҙ төшөм килештә лә килергә мөмкин. Мәҫәлән: Мин хатты яҙам. Мин хат яҙам. Тәүге һөйләмдә бер билдәле хат тураһында һүҙ бара, ә икенсеһендә ниндәйҙер билдәһеҙ хат хаҡында әйтелә.

Ҡайһы бер һүҙҙәр һәр ваҡыт билдәле төшөм килештә генә ҡулланыла:

§     Кешенең исемен, фамилияһын белдергән һүҙҙәр: Мин Мәскәүҙә Рәсимәне осраттым. (Мин Мәскәүҙә Рәсимә осраттым тип һөйләмәйҙәр.)

§     Тултырыусы ролен башҡарған һүҙҙең алдында был, теге, ошо, шул, былтырғы, кисәге, быйылғы, бөгөнгө, ауылдағы, ҡалалағы аныҡлаусылары торһа, тултырыусы тик билдәле төшөм килештә килә: Мин был кешене белмәйем. Ул ҡалалағы апайымды күргән.

Бүтән тултырыусыларҙың һәммәһе лә ситләтелгән тултырыусы тип йөрөтөлә. Улар төшөм килештән башҡа бөтә килештәрҙә лә ҡулланыла һәм төрлө бәйләүестәр менән килә: Йәштәрҙә ололарса ҡарата ихтирам булдырыу хаҡында нығыраҡ уйланһаҡ икән. («Баш­ҡортостан ҡыҙы».)

Грамматик төҙөлөшөнә һәм үҙҙәре эйәргән һүҙҙәргә ниндәй саралар ярҙамында бәйләнеүҙәренә ҡарап, тултырыусыларҙы синтетик, аналитик, аналитик-синтетик төрҙәргә бүләләр. Синтетик тултырыусылар үҙҙәре эйәргән һүҙгә килеш ялғауҙары, аналитик-бәйләүестәр йәки ярҙамлы исемдәр менән, аналитик-синтетик- килеш ялғауҙары һәм бәйләүестәр ярҙамында ялғана.

Шулай итеп, һөйләмдең үҙенсәлегенә ҡарап, тултырыусы үҙ аллы һәм буйһондороҡло булып килергә мөмкин. Әгәр тултырыусы күсемһеҙ ҡылымға ҡараһа, ул саҡта тултырыусы билдәле дәрәжәлә үҙ аллы була, әгәр ул күсемле ҡылымға бәйләнһә, тултырыусы буйһондороҡло эйәрсән киҫәк булып йөрөй.



[1]Ураҡсин З.Ғ., Ишбаев К.Ғ. Хәҙерге башҡорт теле. Педагогия институтының башланғыс кластар факультеты студенттары өсөн дәреслек. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте,1986,300-308-се биттәр.

 [2]Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Әсә теле. Синтаксис. 7-8-се синыфтар өсөн дәреслек. Өфө, Китап,2001,16-57-се биттәр.

 

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz