Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шаршамбы, 24.04.2024, 14:43

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Ғ. Усман

XIX быуаттың беренсе яртыһында башҡорт һәм татар әҙәбиәттәренең үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә үҫеүен асыҡ күрһәтеүсе факттар¬ҙың береһе булып Ғәбдерәхим Усман (әҙәби псевдонимы тыуған ауылы исеменән алынған:Утыҙ Имәни-1752-1836) ижады тора. Ул Ҡурсауи, И. Халфиндар күтәреп сыҡҡан яңырыу идеяларын яҡлаған, ҡаршылыҡлы күңел, фекер-ҡараштар көрәше аша булһа ла, яңырыу хәрәкәтенә килеп ҡушылған, мөжтәһид (тормошта яңы идеялар, ҡағиҙәләр тәҡдим итерлек белем эйәһе) юғарылығына күтәрелгән шәхес. Алда әйткәнебеҙсә, мишәрҙәр араһынан сыҡҡан был әҙиптең тормош һәм ижад юлы, нигеҙҙә, Башҡортостан менән бәйле. Ул, ғилем эҙләп, Көнсығыштың күп кенә илдәрендә, ҡалаларында (Бохара, Аҡча, Түфи, Сәмәрҡәнд, Мәзаре, Шаһимәрдан, Һират, Ҡабул һ. б.) булғандан һуң, ҡатыны, балалары донъя ҡуйғас, тыуған яҡтарына ҡайтырға мәжбүр була. Әммә ауылдаш­тары уны яҡты йөҙ менән ҡаршыламайҙар, уға йорт һалып, ғаилә ҡороп йәшәрлек ер бирмәйҙәр. Тол ҡалған Ғәбдерәхимгә артабан да ауылдан ауылға күсенеп, шәкерттәргә һабаҡ биреп көн күрергә, мосафирлыҡ шарабын эсергә тура килә. Шулай йөрөй торғас, 1798 йылда ул Башҡортостанға килә һәм Өфө губернаһы Стәрле­тамаҡ өйәҙендәге Мерәҫ ауылында башҡорт кантоны Лоҡман Усман улы Ибраһимовтың рәсми рәүештә уллыҡҡа алынған улы сифатын­да төйәкләнеп ҡала һәм 40 йылға яҡын ғүмерен шунда үткәрә. «Ошо сәбәптән, - тип яҙа күренекле башҡорт ғалимы һәм әҙибе Ризаитдин Фәхретдинов, - мишәр булараҡ донъяға килгән хәлдә, саф башҡорт булараҡ әхирәткә китмеш». Был хәл уның ижадында башҡорт ысынбарлығының киң сағылыуына, әҫәрҙәренең башҡорттар араһында популярлыҡ ҡаҙаныуына, ерлә­шеп, халыҡлашып китеүенә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, музыка белгесе һәм фольклорсы Сергей Рыбаков уның бер шиғырын баш­ҡорттар араһынан фольклор өлгөһө сифатында яҙып ала һәм үҙенең «Музыка и песни Уральских мусульман с очерком их быта» («Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары уларҙың көнкүреше тураһындағы очерктар менән», СПб., 1897) исемле китабына «Баш­ҡорт мөнәжәте» тигән баш аҫтында урынлаштыра. Был мөнәжә­тендә шағир, аллаға мөрәжәғәт итеп, алла һәм дин исеменән әҙәп-әхлаҡ, хатта социаль мәсьәләләрҙе күтәрә, тап башҡорт ысынбар­лығына бәйле кире күренештәрҙе тәнҡит утына тота.

Әйтергә кәрәк, Ғ. Усмандың ижады үҙенең идея йөкмәткеһе менән шаҡтай сыбар. Әгәр ҙә уның бер төркөм поэтик һәм проза әҫәрҙәрендә дини-мистик мотивтар урын алһа, икенселәрендә донъя­уи фекерҙәр, рационализм ҡараштары сағылыш таба. Уларҙа шағир, «Ғәуариф әз-заман» («Замана уҡымышлылары») һәм «Тәнзиһ әл-әфкар фи нәсаих әл-әхйәр» («Фекерҙәрҙе пакландырыусы файҙалы кәңәштәр») тигән поэмаларында әйткәненсә, «мәғариф баҡсаһынан емештәр йыйырға», «мәсьәләләрҙең иғтибарға лайығын эҙләргә», «хаҡ һүҙ-ул йылан ағыуы кеүек әсе булһа ла, ... файҙаһы булыр» ит, «хәҡиҡәттән... һүҙ һөйләргә», «яуызлыҡ әһелен оялтырға», «һүҙҙәрен уға уҡ кеүек ҡаҙарға» ынтыла. Был уҡ күберәген юҡ-бар менән халыҡты алдаған, «хәйлә менән икмәк ашап, теше сыҡҡан», «маҡсаттары... бүләк йыйыу ... ҡунаҡ булып, тәмле сәй йотоу ... төрлө төҫтәге яҡшы кейемдәр кейеү, күңелгә хуш килгән ҡатындарҙы ҡосоп ятыу» булған, баштарына «оло сәллә һалып», кәнә­птә «фанилыҡ һәм баҡыйлыҡ тураһында гәп һатҡан... туң аҡылдарға» - дин әһелдәренә йүнәлтелә. Шағир «ҡомһоҙлоҡ ҡапсығын ирҡаһына аҫып» та, нәфсене үҙенә «етәксе итеп» тә, үҙен фәҡәт халыҡты «тура юлға күндереү» хәстәрлеге менән йәшәүсе итеп күрһәтергә тырышыусы бәндәләрҙе аяуһыҙ тәнҡитләй, уларҙы ул эткә, эттең дә иблис, албаҫты кеүек мәкерлеһенә тиңләштерә.

Ғәбдерәхим Усмандың бындай тәнҡит, сатирик рухлы әҫәрҙәре Мифтахетдин Аҡмулланың «ҡәнәғәтлек ҡапсығын сысҡан тишкән» ҡомһоҙ, наҙан мулла-монтағыйҙарҙың тетмәһен теткән сатирик па­фослы шиғырҙарына ауаздаш яңғырап китә.



Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz