Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шәмбе, 20.04.2024, 07:27

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

З. Биишева

Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы, Зәйнәб Биишевабашҡорт яҙыусыһы, шағиры, прозаигы, драматургы, тәржемәсеһе, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты; 1908 йылдың 15 ғинуарында Башкортостандың Күгәрсен районы Төйөмбәт ауылында тыуған — 1996 йылдың 24 авгусында Өфө ҡалаһында вафат булған.

Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай. 19291931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй. Уҡытыусылар квалификацияһын күтәреү курстарын тамамлағас (1931) — Башҡортостан китап нәшриәтенең һәм «Пионер» журналының мөхәррире. Был журналда уның беренсе хикәйәһе баҫылып сыға. «Партизан малай» исемле беренсе китабы 1942 йылда баҫыла.

1946 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

1951 йылдан — профессиональ яҙыусы.

60-лап кипабы Рәсәйҙең һәм донъяның төрлө телдәрендә нәшер ителә.

Башта ул балалар яҙыусыһы булараҡ таныла. Балалар өсөн хикәйәттәр, шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә. «Дуҫ булайыҡ», «Көнһылыу», «Гөлъямал», «Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар…» һымаҡ заман өсөн бик тә актуаль повестар яҙа. «Мөхәбәр һәм нәфрәт», «Нәҙер», «Тылсымлы ҡурай» исемле сәхнә әҫәрҙәре яҙа.


Иң билдәле ижад емештәре:

  • «Яҡтыға» трилогияһы
  • «Кәмһетелгәндәр» романы
  • «Оло Эйек буйында» романы
  • «Емеш» романы

Наградалары

  • 1968 йылда «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» романдары өсөн Салауат Юлаев исемендәге премия.
  • 1968 йылда әҙәбиәт өлкәһендә күренекле хеҙмәтәре һәм ижтимағи эшмәкәрлеге өсөн өсөн «Почет Билдәһе» ордены, БАССР Юғары Советы Почет Грамотаһы.
  • 1976 йылда икенсе тапҡыр «Почет Билдәһе» ордены.
  • 1990 йылда «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» тигән исем бирелә.

Иҫтәлек

1992 йылда «Башҡортостан» киностудияһы Зәйнәб Биишева тураһында докуметаль фильм төшөрә. 2008 йылда яҙыусының 100 йыллығына документаль ҡуйылған фильм төшөрә. Зәйнәб Биишева исемен йөрөтә:

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz