Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шишәмбе, 16.04.2024, 08:07

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы тураһындағы йырҙар

Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы тураһындағы йырҙар — патри­архаль ырыу йолалары хөкөм һөргән замандарҙа тыуған мөхәббәт лирикаһының ғибрәтле бер үрнәге. Сығарылыу ерле­ге йәһәтенән был йырҙарҙы ике ҙур төркөмгә бүлергә мөмкин. Уларҙың ҙур бер төркөмөн боронғо йолалар буйынса һөйгә­ненән айырып көслөк менән малға һатып ебәрелгән ҡыҙҙар­ҙың әсе яҙмышы хаҡындағы йырҙар тәшкил итә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер ниндәй хоҡуғы булмаған, күп ҡатын алыу, ҡалым түләү тәртиптәре хөкөм һөргән замандағы ырыу йола­лары егет менән ҡыҙҙың ниәтенә кәртә була, уларҙың хыялда­рын селпәрәмә килтерә. "Таштуғай", "Зөлхизә", "Мәҙинәкәй" йырҙарында малға һатылған ҡатын-ҡыҙҙарҙың фажиғәле яҙмышы үҙенең бөтә тулылығында сағылып ҡалған.

Малға һатылыу — башҡорт халыҡ йырҙарында бик киң таралған мотив. Мал образы ҡыҙҙарҙың аяныс яҙмышын ту­лыраҡ аңларға ярҙам итеүсе ҡөҙрәтле бер көс булып һынлана.

Ҡатын-ҡыҙҙар хаҡындағы йырҙарҙа ҡыҙҙарҙы кәрткә уй­нап оттороу мотивы ла йыш ҡына осрай. Шуныһы күҙгә таш­лана: бындай йырҙарҙың төп "геройы" булып, ғәҙәттә, мулла­лар сығыш яһай. "Мостафа мулла" (икенсе исеме "Зөлхә­бирә"), "Хамсадиҡ мулла" исемле йырҙар бына шундайҙар. Һәр ике осраҡта ла ҡыҙҙар аталары тарафынан рус кешеһенә кәрткә уйнап отторола.

Ҡатын-ҡыҙҙар тураһындағы йырҙарҙың икенсе бер төркө­мө шәхси фажиғә ерлегендә тыуған. "Ашҡаҙар", "Ғилмияза", "Ынйыҡай менән Юлдыҡай", "Кәмәлекәй" кеүек йырҙарҙың нигеҙендә көнкүреш фажиғәһе ята.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 2
Ҡунаҡтар: 2
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz