Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йома, 19.04.2024, 02:20

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Башҡорт тел белгестәре

Абдуллина Фәрзәнә Фәйез ҡыҙы (6.12.1926, Күгәрсен районы Мораҡ ауылы) — педагог. Мәктәп дәреслектәре авторы.
Агишев Иҙел Миһран улы — башҡорт телсеһе, лексиколог. Башҡорто­стан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Һүҙлектәр төҙөүҙә ҡатнаша: Башҡорт, теленең һүҙлеге. Т. I — II.— М., 1993 (ав­торҙаш); Башҡортса-русса һүҙлек,— М., 1996 (авторҙаш).
Аҙнабаев Әхмәр Мөхәмәтдин улы (24.05.1934, Учалы районы Ҡобағош ауылы) — башҡорт телсеһе, педагог. Педагогия фәндәре кандидаты, профессор. Хеҙмәттәре: Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр. — Өфө, 1965; Башҡорт теленең тарихи морфологияһы. — Өфө, 1976 (авторҙаш); Историческая грамматика башкирского языка. — Уфа, 1983. Аҙнағолов Рафаэль Ғәйнетдин улы (1945) — башҡорт телсеһе. Филоло­гия фәндәре кандидаты. Хеҙмәттәре: Башҡортса-русса мәктәп һүҙлеге. — Өфө, 1993. Русса-башҡортса юридик терминдар һуҙлеге. — Өфө, 1994.
Алпаров Ғариф Хәбибулла улы (1891, Ауырғазы районы Ҡорманай ауылы — 1964, Мәскәү). Күп яҡлы шәхес. Уның башҡорт теле буйынса хеҙмәттәренең береһе: Башҡорт теленең имләһе. — Өфө, 1925 (авторҙашы Х. Ғәбитов).
Аслаев Төхвәт Хәлим улы (15.06.1922, Баймаҡ районы Иҫән ауылы — 28.10.1995, Өфө) — педагог-методист. Педагогия фәндәре кандидаты (1969). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994), РСФСР (1957), БАССР (1955) мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Уҡыу-уҡытыу, методика буйынса 48 дәреслек һәм ҡулланмалар авторы.
Байышев Таһир Ғәлләм улы (15.08.1886, Дыуан районы Хәлил ауы­лы —1974, Өфө) — башҡорт телсеһе, филология фәндәре кандидаты (1950). Урыҫса-башҡортса, башҡортса-урыҫса һүҙлектәр төҙөүҙә ҡатнаша. Киң билдәле ғилми хеҙмәте: Башкирские диалекты в их отношении к литературному лзыку. — М., 1955.
Бейешев Әкрәм Ғибаҙулла улы (16.04.1926, Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылы) — башҡорт телсеһе. Филология фәндәре кандидаты (1964). Башҡорт теле һәм төрки телдәре буйынса 50-нән ашыу хеҙмәте бар: Первичные долгие гласкые в тюркских языках (1963); Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеген төҙөү өсөн ҡулланма. — Өфө, 1966; Башҡорт теленең һүҙлеге. Т.1 — II. — М., 1993 (мөхәррир). Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ өсөн көрәше. — Өфө, 1993; Тел хикмәттәре. — Өфө, 1999,
Вессонов Александр Григорьевич (1848, Вятка ҡалаһы, хәҙер Киров — 1917) — телсе, этнограф; башҡорт, ҡаҙаҡ, удмурт телдәрен үҙ аллы өйрәнгән. Ул башҡорт телен революцияға тиклем тикшереүселәрҙең бе­реһе. Башҡорттар өсөн Букваръ для башкир. Книга по чтению для юго-восточных башкир (Казань, 1907), Книга по чтению для северо-восточных башкир (Казань, 1906) тигән уҡыу китаптарын төҙөгән. Фольклор һәм этно­график материалдар йыйған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе беҙгә тиклем килеп етмәгән. Башҡорт халыҡ әкиәттәрен йыйған өсөн А. Г. Бессонов 1909 йылда Урыҫ География йәмғиәте тарафынан Бәләкәй алтын миҙал менән бүләкләнә.
Бикҡолова Фәһимә Ғәббәс ҡыҙы (1925) — башҡорт телсеһе. Педагогия фәндәре кандидаты. Хеҙмәте: V — VIII кластарҙа башҡорт теле уҡытыу методикаһы. Өфө, 1961.
Бикмурзин А. М. Русско-башкирский словарь, — М., 1948 (соавт.); Башкирско-русский словаръ. — М., 1958.
Билалов М, А. Хеҙмәттәре: Таблицы по фонетике башкирского языка. — Записки Коллегии востоковедов. Т. III. вьш. 2. Л., 1928; Башкирский язык. — Литературная энциклопедия. Т. I. — М., 1929. (соавт).
Бохарова Гөлнур Һарун ҡыҙы (29.11.1960, Ғафури районы Ташбүкән ауылы) — башҡорт телсеһе, топонимист, педагог. Филология фәндәре кандидаты.
Буранғолов Мәжит Фазлый улы (1904, элекке Һамар губернаһы Быҙау­лыҡ өйәҙе Үрге Ильяс ауылы, хәҙер Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районы — 7.03.1943, Смоленск өлкәһе) — башҡорт тел белгесе, халыҡ йыр­сыһы. Хеҙмәте: Русско-башкирский словарь, — М., 1948 (соавт.),
Буранғолов Ҡ. Хеҙмәттәре: Башҡорт әҙәби теле грамматикаһынан ҡайһы бер мәсьәләләр. — Башҡортостан уҡытыусыһы. 1937. № 5; Баш­ҡорт әҙәби теле грамматикаһының ҡайһы бер мәсьәләләре. — Ҡыҙыл Башҡортостан, 1940.
Вилданов Ғәбделөхәт Фазлый улы (3.03,1880, элек Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Таймый ауылы, хәҙер БР Салауат районы — 1946, Өфө төрмәһе) — башҡорт теле һәм әҙәбиәте белгесе, этнограф, фольклорсы. Хеҙмәте: Башҡорт шиүәһендә яҙыу, һөйләшеү өсөн белергә тейешле булған төп ҡағиҙәләр. — Белем. 1924. № 1, 2; Эш атамалары (терминдары). — Өфө, 1927; Зоология һәм анатомиянан истилахтар. —Белем. 1924. № 1, 2; Физика терминдары. — Белем. 1925. № 11, 12; Башҡорт теленең сары­фы. — Өфө, 1925 (авторҙаш).
Вәлиев Ғәҙел Камил улы (22.03.1947, Белорет районы Әзекәй ауылы) — башҡорт телсеһе, педагог. Филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Халыҡ-ара төрки академияһының академигы. Күп ғилми хеҙмәттәр, ҡулланмалар авторы.
Ғарипов Талмас Мәғсүм улы (31.7.1928, Мәскәү) — башҡорт телсеһе, тюрколог, педагог. Филология фәндәре докторы (1974), профессор (1979). Рәсәй Федерацияһының (1992), БАССР-ҙың (1983) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1992). 230-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы: Башкирское именное словообразование. — Уфа, 1959; Словообразование прилагательных и существительных: Грамматика современного башкирского языка. — М., 1971 (соавт. Кыпчакские языки Урало-Поволжья. (Опытьсинхронической диахронической характеристик). — М., 1979 һ. б.
Ғүмәров Ғәли Харис улы (1914, Туймазы районы Япрыҡ ауылы — 22.09.1965, Өфө) — дәүләт эшмәкәре. Педагогия училищелары өсөн башҡорт теленән беренсе дәреслек авторҙарының береһе. — Өфө, 1940 (автор­ҙашы Фәритов Х. С.). Ваҡытында Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт минист­ры, мәғариф министры ла булып эшләгән.
Ғәбитов Хәбибулла Ғөбделҡаһир улы (май 1886, Ырымбур губер­наһы — 1939, Өфө) — башҡорт шағиры, драматург. Башҡорт теле буйынса хеҙмәттәре бар: Башҡортса яҙыу ҡоралы. — Өфө, 1924 (авторҙашы Н. Таһиров); Башҡорт теленең имләһе. — Өфө, 1925 (авторҙашы Ғ. Алпаров); Мацыҙҙар (терминдар) тикшереүҙә тотҡан юлыбыҙ. — Башҡорт аймағы. 1926. № 2; Яңы башҡорт әлифбаһының имләһе тураһында. — Башҡорт аймағы. 1927. № 3; Башҡорт теленең сарыфы. — Өфө, 1925 (авторҙаш).
Ғәлиев С. Хеҙмәттәре: Грамматика. 2-се киҫәк. Синтаксис: Тулы булмаған урта мәктәп өсөн дәреслек. — Өфө, 1938; Башҡорт теле грамматикаһы. 2-се киҫәк. Синтаксис: 6 — 7 кластар өсөн. — Өфө, 1941.
Ғәлләмов Әбдрахман Әбдрәхим улы (15.10.1926, Баймаҡ районы Күсей ауылы — 9.02. 1989, Өфө) — башҡорт телсеһе, педагог. Филология фәндәре кандидаты (1967). Хеҙмәттәре: Грамотаға өйрәтеү. Әлифбаға методик ҡул­ланма. — Өфө, 1965; Әлифба. — Өфө, 1969; Башҡорт теле дәреслеге. 1-се киҫәк. 5 — 6 кластар өсөн. — Өфө, 1964 (авторҙаш). Ғәләүетдинов Ишмөхәмәт Ғилметдин улы (1.1.1948, Учалы районы Сораман ауылы) — башҡорт телсеһе. Филология фәндәре докторы (1992), профессор (1994). БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1995). 60-тан ашыу фәнни хеҙмәте бар: «Тарих нама-и булгар» Таджетдина Ялсыгулова. — Уфа, 1990; Башҡорт әҙәби теленең тарихы. — Өфө, 1993 (авторҙаш).
Даян Ҡадир (Даянов Ҡадир Хәким улы) (1910 —1975) — башҡорт шағиры, педагог. Хеҙмәттәре: Башҡорт теле. Грамматика һәм дөрөҫ яҙыу. Өлкәндәр мәктәбе өсөн дәреслек. — Өфө, 1940; Стилистика. - Өфө, 1938, 1939,1941 (авторҙаш).
Дилмөхәмәтов Миндияр Ишбирҙе улы (2.2.1940, Балаҡатай районы Яңыбай ауылы) — башҡорт телсеһе, диалектолог. Филология фәндәре кандидаты (1980). Башҡорт диалекттары буйынса материал йыйыуҙа, һүҙлектәр төҙөүҙә ҡатнашҡан.
Дмитриев Николай Константинович (28.8.1898, Мәскәү — 1954, Мәскәү) — фольклорсы-тюрколог, урыҫ телсеһе, көнсығыш телдәр белгесе; филология фәндәре докторы (1938), профессор (1930). Башҡорт АССР-ы (1947), Төрөкмән ССР-ы (1950) һәм Сыуаш АССР-ьгаың (1953) атҡаҙанған фән эшмәкәре; СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1943), СССР-ҙың Педагогия фәндәре академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Н. К. Дмитриев иң беренсе булып башҡорт теленең грамматикаһын фәнни яҡтан тикшерә, 1948 йылда Грамматика башкирского языка тигән хеҙмәте баҫылып сыға, ә башҡорт телендә Башҡорт теле грамматикаһы 1950 йылда нәшер ителә.
Дәүләтшин Ғөбәй Әхмәткирәй улы (29.12.1893, хәҙерге Һамар өлкәһе Больше-Глущицкий районы Ташбулат-Күстән ауылы — репрессияға эләгеп, 1938 йыл Өфөлә үлә, 1957 йыл аҡлана), башҡорт яҙыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог. Хеҙмәттәре: Башҡорт теле һәм уны дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре. — Өфө, 1929; Башҡорт теленең имлә һүҙлеге. — Өфө, 1930; Башҡорт теленең имләһе.. — Өфө, 1930; Башҡорт теле орфогра­фияһы. — Өфө, 1934; Башҡорт дәүләт пединститутының ситтән тороп уҡыусылары өсөн башҡорт теленән дәреслек. — Өфө, 1934.
Заринов Радик Фәйзулла улы (1931, Салауат районы) — башҡорт тел­сеһе, педагог. Филология фәндәре кандидаты. Хеҙмәттәре: Категория падежа в башкирском языке. — Уфа, 1971; Башҡорт телендә килештәрҙе билдәләүгә ҡарата. — Башҡортостан уҡытыусыһы. 1969. № 2.
Зиннәтуллина Хәнифә Шәкүр ҡыҙы — әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре кандидаты, әҙәбиәт, тел буйынса ғилми хеҙмәттәр, дәреслектәр авторы: Башланғыс мәктәп өсөн, башҡорт теле дәреслеге. — Өфө, 1939; Башҡорт теле. — Өфө, 1955.
Зәйнуллин Марат Вали улы (5.11.1935, Күгәрсен районы Наҙ ауылы) — башҡорт телсеһе, педагог. Филология фәндәре докторы (1989), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991), Халыҡ-ара төрки академияһының академигы. Хеҙмәттәре: Хәҙерге башҡорт, телендә модаллек категорияһы. — Өфө, 1975; Функционально-семантическая категория модальности. — Саратов, 1986; Грамматика современного башкирского литературного языка. — М., 1981 (соавт.).
Зәйнуллина Гәүһәр Динмөхәмәт ҡыҙы (16.8.1935, Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Мәтәл ауылы) — башҡорт телсеһе, лексиколог. Филология фәндәре кандидаты. Хеҙмәттәре: Русса-башҡортса лингвистик терминдар һүҙлеге. — Өфө, 1991; Башҡортса-төрөксә, торөксә-башҡортса һүҙлек. — Өфө, 1996; Башҡорт теленең һүҙлеге. Т. I — П. — М., 1993 (авторҙаш). Башҡортса-русса һүҙлек. — М., 1996 (авторҙаш).
Зәйнуллина Лилиә Марат ҡыҙы (1961, Өфө) — башҡорт телсеһе, педа­гог. Филология фәндәре кандидаты.
Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы (2.10.1895, элекке Ырымбур губер­наһы Ҡыпсаҡ олосо Мерәҫ ауылы, хәҙер Ырымбур өлкәһе Новосергиевка ауылы — 27.11.1937, Өфө) — башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәтендә актив ҡатнашҡан, БАССР-ҙың халыҡ мәғарифы комиссары булған. Хеҙмәттәре: Беҙ ни өсөн яңы башҡорт әлифбаһына күсәбеҙ? — Өфө, 1927; Башҡорт хәрәкәттәре 1917,1918,1919 йылдарҙа. — Өфө, 1926.
Искәндәров Рим Сәйетбаттал улы (Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауы­лы) — башҡорт телсеһе, педагог. Филология фәндәре кандидаты, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Дәреслектәр авторы.
Ишбаев Кәрим Ғайса улы — башҡорт телсеһе, педагог. Филология фәндәре докторы, профессор. Күп кенә ғилми хеҙмәттәр авторы. Ишбирҙин Әрнест Фәйзрахман улы (20.12.1934, Баймаҡ районы Иш­бирҙе ауылы) — башҡорт телсеһе, филология фәндәре докторы (1989). Хеҙмәттәре: Историческое развитие лексики башкирского языка. — М., 1986; Очерки истории башкирского литературного языка. — М., 1989 (соавт.); Башҡорт әҙәби теленең тарихы. — Өфө, 1993 (авторҙаш). Ишбулатов Ғәли И. (1906 — ?). Хеҙмәттәре: Башҡорт әҙәби теленең алфавиты һәм орфографияһы / Ред. А. Ш. Ҡотошов, Ғ. И. Ишбулатов. -— Өфө, 1942; Русско-башкирский словарь. — М., 1948 (соавт.).
Ишбулатов Нәғим Хажғәле улы (10.8.1928, Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылы) — башҡорт телсеһе, диалектолог. Филология фәндәре докторы (1975), профессор (1981). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Хеҙмәттәре: Хәҙерге башҡорт теле: Башҡорт әҙәби теленең нормалар системаһы. — Өфө, 1972; Хәҙерге башҡорт әҙәби теле: Фонетика һәм морфология. — Өфө, 1986 (авторҙаш).
Ишбулатова Хәнифә Дәүләтбай ҡыҙы (15.9.1963, Әбйәлил районы Иҫке Балапан ауылы) — башҡорт телсеһе, педагог. Филология фәндәре кандидаты.
Ишмөхәмәтов Зәйнулла Ҡолмөхәмәт улы (1933 —1995) — башҡорт телсеһе, лексиколог. Филология фәндәре кандидаты. Хеҙмәттәре: Башҡорт теленең һүҙлеге. Т. I — II. — М., 1993. (авторҙаш); Башҡортса-русса һүҙлек, — М., 1996 (авторҙаш).
Йосопов Харрас Ғәлиәкбәр улы (1928) — башҡорт телсеһе, педагог. Филология фәндәре кандидаты (1956). Хеҙмәттәре: Башҡорт телендә оҡшатыу һүҙҙәре. — Өфө, 1971; Башҡортса-русса фразеологик һүҙлек. — Өфө, 1973 (авторҙаш).
Камалов Азат Әхмәҙулла улы (1937, Йылайыр районы Кабыр ауы­лы) — башҡорт телсеһе, топонимист. Филология фәндәре докторы (1997). Хеҙмәтттәре: Башкирская топонимия. — Уфа, 1994, Башкирские географические термины и топонимия. — Уфа, 1997.
Катаринский Василий Владимирович (1846, Ҡазан губернаһы — 1902, Ырымбур) — урыҫ педагогы, мәғрифәтсе. Эшмәкәрлеген уҡытыусылар әҙерләүгә һәм уҡыу әсбаптары төҙөүгә йүнәлтә. Ул Букварь для башкир (1892), Урыҫса — башҡортса, башҡортса — урыҫса һүҙлек. — Оренбург, 1899. Шулай уҡ Грамматика киргизского языка һәм Букваръ для киргизов төҙөй.
Кейекбаев Жәлил Ғиниәт улы (25.10.1911, Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Ғафури районы Ҡаранйылға ауылы — 19.3.1968, Өфө) — башҡорт телсеһе, яҙыусы, педагог. Филология фәндәре докторы (1960), про­фессор (1961), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967). Башҡорт тел белеменең күп тармаҡтарында эшләгән ғалим: Башҡорт теленең фонети­каһы. — 1958; Башҡорт әҙәби теленең дөрөҫ әйтелеше. — 1964; Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. — 1966; Введение в урало-алтайское языкознание. — 1972; Основы исторической грамматики урало-алтайских языков. — 1996; Туғандар һәм таныштар (роман). — Өфө, 1975, 1991.
Кусимова Таңһылыу Хажим ҡыҙы (1927, Әбйәлил районы —1999, Өфө) — башҡорт телсеһе, антропонимист. Филология фәндәре кандидаты. БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡорт теленең һүҙлеге. Т. I — II. 1993 (авторҙаш). Башҡорт исемдәре. — Өфө, 1986.
Ҡаһарманов Ғәлиән Ғәйнетдин улы (1946, Ейәнсура районы Үрген ауылы) — башҡорт телсеһе, педагог. Филология фәндәре кандидаты. Ғилми хеҙмәттәр, ҡулланмалар авторы.
Ҡотошов Ә. Ш. 1942 йылда Башҡорт әҙәби теленең алфавиты һәм орфографияһы төҙөлә. Ә. Ш. Ҡотошов ошо хеҙмәтте редакторлаусыларҙың береһе була. Русско-башкирский словарь. — М., 1948 (соавт.).
Ҡулаев Мөхәммөтхан Сәхипкирәй улы (Мстислав Александрович) (7.2.1873, хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы Ейәнсура ауылы — 1959, Ҡазан) — мәғрифәтсе ғалим, табип, башҡорт филологы, дәүләт эшмәкәре. Ул башҡорт теленең фонетик төҙөлөшөн һәм грамматикаһын өйрәнә. Күп хеҙмәттәре баҫтырылмай ҡала. Китаптары: О звуках башкирского языка. — Казань, 1928; Твердый алфавит башкирского языка. — Казань, 1928; О глаголах башкирского языка. — Казань, 1930.
Мансуров Әхтәм Ә. (1885 — 1965) — тел белгесе, педагог. Башҡорт теле буйынса дәреслектәр авторы: Грамматика. I киҫәк. Морфология: Урта мәктәп өсөн дәреслек. — Өфө, 1933; Орфография күнегеүҙәре йыйынтығы. Ете йыллыҡ һәм урта мәктәптәрҙең 5 — 6 кластары өсөн төҙөлгән икенсе баҫмаһы. — Өфө, 1952; Башҡорт теле грамматикаһы. 1-се киҫәк. Фонети­ка һәм морфология. Урта мәктәптең 5 — 6 кластары өсөн, 16-сы баҫма. — Өфө, 1961.
Миржанова Сәриә Фазулла ҡыҙы (24.12.1924, Әбйәлил районы Ҡусҡар ауылы) — башҡорт телсеһе, диалектолог. Филология фәндәре докторы (1985). БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985). Хеҙмәттәре: Южный диалект башкирского языка. — М., 1979; Северо-западный диа­лект башкирского языка. — Уфа, 1991.
Моратов М. Хеҙмәте: Башҡорт телендә һуҙынҡы өндәр хаҡында. — Белем. 1929. КЕ 6, 7.
Моратов Сәйфи Н. — башҡорт телсеһе. Филология фәндәре кандидаты (1955). Хеҙмәттәре: Устойчивые словосочетания в тюркских языках. — М., 1961; Башҡорт телендә эйәртеү юлы менән яһалған ҡушма исем­дәр. — Башҡортостан уҡытыусыһы. 1956. № 8.
Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы (27.11.1927, Мәсетле районы Һөләймән ауылы) — башҡорт телсеһе, диалектолог. Филология фәндәре докторы (1981). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983). Хеҙмәттәре: Восточный диалект башкирского языка (в сравнителъно-историче.ском освещении). — М., 1976; Образцы разговорной речи башкир. — Уфа, 1988; Башкирские говоры, находящиеся в иноязычном окружении. — Уфа, 1996.
Нафиҡов Шамил Вәли улы (6.11.1948, Өфө) — башҡорт телсеһе. Фило­логия фәндәре кандидаты (1987).
Нәҙерғолов Урал Фазулла улы (7.2.1937, Ырымбур өлкәһе Ҡотлөмбәт ауылы — 1997, Өфө) — башҡорт телсеһе, диалектолог. Филология фәндәре кандидаты. Хеҙмәте: Язык иргизо-камеликских башкир. — Уфа, 1997.
Псәнчин Вәли Шәғәли улы (1930) — башҡорт телсеһе, педагог. Филоло­гия фәндәре кандидаты. Дәреслектәр авторы. Хеҙмәттәре: Башҡорт теле­нең тарихи морфологияһы. — Өфө, 1976 (авторҙаш); Историческая грамма­тика башкирского языка. — Уфа, 1983 (соавт.); Һүҙ тылсымы. — Өфө, 1996.
Псәнчин Юлай Вәли улы (9.9.1960, Өфө) — башҡорт телсеһе, филоло­гия фәндәре кандидаты. Хеҙмәте: Башҡорт теле. 5 класс өсөн дәреслек (авторҙаш). — Өфө, 1995.
Сиражетдинов Зиннур Әмир улы (25.8.1959, Ғафури районы Сәйетбаба ауылы) — башҡорт телсеһе. Филология фәндәре кандидаты.
Сәғди Ғ. Хеҙмәте: Әсә теленән эш китабы. — Өфө, 1930 (авторҙаш). Солтанбаева Хәҙисә Вәли ҡыҙы (1950, Ейәнсура районы Үрген ауы­лы) — башҡорт телсеһе, педагог. Филология фәндәре кандидаты,
Сураев Ш. Хеҙмәттәре: Ғәмәли башҡорт теле дәреслеге (II баҫҡыс мәктәптәр, техникумдар һәм эшфактар өсөн). — Өфө, 1928 (авторҙаш); Физика терминдары. — Өфө, 1941; Урыҫса-башҡортса физика терминда­ры. — Өфө, 1949.
Суфиянова Нәсимә Фәтих ҡыҙы (10.6.1949, Күгәрсен районы Юлдыбай ауылы) — башҡорт телсеһе, лексиколог, педагог. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортса-русса һүҙлек. — М., 1996 (авторҙаш). Проблема многозначности в башкирском языке и её лексикографическая разработка. — Уфа: Гилем, 1998.
Сәйетбатталов Ғәли Ғәли улы (17.12.1928, Күгәрсен районы Сәйетҡол ауылы) — башҡорт телсеһе, педагог. Филология фәндәре докторы (1969), профессор (1971). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1991). Хеҙмәттәре: Башҡорт теленең ҡушма һөйләм синтаксисы. — Өфө, 1961; Башҡорт теленең ябай һөйләм синтаксисы. — Өфө, 1972; Башҡорт теленең стилистикаһы һәм пунктуацияһы. — Өфө, 1978. Башҡорт теле. I том,—Өфө, 1999.
Сәйәрғәлиев Барый Сәйәрғәли улы (1908 — ?) — башҡорт телсеһе, филология фәндәре кандидаты (1955). Хеҙмәте: Башҡорт телендә ярҙамсы һүҙҙәр. — Өфө, 1961; Башҡортса-русса һүҙлек. — М., 1958 (авторҙаш); Русско-башкирский словаръ. — М., 1964 (авторҙаш).
Таһиров Нуриәғзәм Таһир улы (9.1.1888, хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы — 1937) — башҡорт телсеһе, дәүләт эшмәкәре. Ул Башҡорт лөғәтен (Өфө, 1926), ҡыҫҡаса орфографик һүҙлек төҙөй; беренсе башҡорт грамматикаһының авторҙашы була. Шулай уҡ Башҡортса яҙыу ҡоралы тигән китабы баҫылып сыға. — Өфө, 1924 (авторҙашы Х. Ғәбитов). Башҡорт теленең сарыфы — Өфө, 1925 (авторҙаш). 1929 йыл репрессияға эләгә, 1956 йылдан һуң аҡлана.
Тереғолова Рауза Низаметдин ҡыҙы (1.12.1910, Ҡыйғы районы Йыланлы ауылы) — телсе, филология фәндәре кандидаты. Хеҙмәттәре: Русские заимствования в башкирском языке. — Уфа, 1957; Сравнительная грамматика русского и башкирского языков, — Уфа, 1953 (соавт.).
Тикеев Данис Солтан улы (1940) — башҡорт телсеһе. Филология фәндәре кандидаты, профессор. Хеҙмәте: Хәҙерге башҡорт теле. Педагогия институттары өсөн дәреслек. — Өфө, 1986 (авторҙаш).
Толомбаев Хәсән Абдулла улы (16.5.1935, Ейәнсура районы Байдәүләт ауылы) — башҡорт телсеһе, педагог. Педагогия фәндәре кандидаты (1982). БАССР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре. Мәктәп дәреслектәре авторы.
Уразбаева Зәкиә Ғәрифйән ҡыҙы (13.9.1946, Күгәрсен районы Тәүәкән ауылы) — башҡорт телсеһе. Филология фәндәре кандидаты. Хеҙмәте: Башҡортса-русса һүҙлек. — М., 1996 (авторҙаш); Вариантность слова в башкирском языке. —Уфа: Гилем. 1998.
Ураҡсин Зиннур Ғәзиз улы (5.11.1935, Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Мәҡсүт ауылы) — башҡорт телсеһе, яҙыусы. Филология, фәндәре докторы (1975), профессор (1982), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының академигы (1992), Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡортостан Республикаһының (1982) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Грамматика современпого башкирского литературного языка. — М., 1981 (соавт.); Фразеология башкирского языка. — М., 1975; Башҡорт теленең синонимдар һүҙлсге. — Өфө, 1985; Русско-башкирский фразеологический словаръ. — Уфа, 1989; Краткий русско-башкирский словаръ. — Уфа, 1994.
Усманова Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙы (1.5.1950, Баймаҡ районы Ҡарама­лы ауылы) — башҡорт телсеһе, топонимист, педагог. Филология фәндәре кандидаты (1990). Фәнни-популяр китабы: Имя отчей земли (историко-лингвистическое исследование топонимии бассейна реки Сакмар). — Өфө, 1994; Башҡорт теле. Уҡытыусылар, уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма. — Өфө, 1999 (авторҙаш); Башкирско-русский и русско-башкирский учебный словарь с грамматическим приложением. — Санкт-Петербург, 1999 (соавт,).
Фәритов Хәбир Салауат улы (12.04.1914, Миәкә районы Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылы — 15.07.1997, Өфө) — башҡорт педагогы, мөхәррир. — Педучилищелар өсөн башҡорт теле дәреслегенең 1-се баҫмаһы авторы (1940 йыл, авторҙашы Ғүмәров Ғ. Х.). Башҡорт теле буйынса бик күп дәреслектәр авторы.
Фәтихов Э. Х. (1915) — башҡорт тел белгесе. Хеҙмәттәре: Башҡорт һәм татар телдәрендә ҡушма һөйләмдәрҙең ҡайһы бер уҙенсәлектәре. — Өфө, 1962; Категория залога в башкирском языке (диссертация). — Өфө, 1952.
Хажин Вәкил Исмәғил улы (1946, Белорет районы Бирҙеғол ауылы) — башҡорт телсеһе, педагог. Педагогия фәндәре кандидаты, мәғариф отлич-нигы, Халыҡ-ара төрки академияһының академигы. Хеҙмәте: Башҡортса-русса грамматик орфографик һузлек. — Өфө, 1993 (авторҙаш).
Халиҡова Рәйсә Хәлил ҡыҙы (16.3.1934, Үзбәк ССР-ы Карши ҡала­һы) — башҡорт телсеһе, педагог. Филология фәндәре докторы (1992), про­фессор (1995). БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987). Хеҙмәттәре: Язык башкирских шежере и актовых документов XVIII — XIX вв. (1990); Башҡорт әҙәби теленең тарихы. — Өфө, 1993 (авторҙаш); Очерки истории башкирского литературного языка — М., 1989 (соавт).
Хангилдин Вәли Ниғмәтулла улы (1911). Хеҙмәттәре: Башҡорт теле­нең сарыфы. — Өфө, 1925 (авторҙаш); Башҡорт телендә исем яһаусы ялғауҙарҙы төркөмләү. — Башҡорт аймағы. 1928. № 5; Башҡорт теле ме­тодикаһы. — Өфө, 1924 (авторҙаш).
Харисов Әхнәф Ибраһим улы (15.6.1914, Балтас районы Имән ауы­лы — 15.5.1977, Өфө) — башҡорт әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. Ул башҡорт тел белеме өлкәһендә лә эшләгән: Рәүеш һәм стабиль дәреслектәр. — Башҡор­тостан уҡытыусыһы. 1937. № 3; Категория глагольных видов в башкирском языке. — Уфа, 1944. Хафизов Мәхмүт. Русско-башкирский словарь. —- М., 1948. (соавт.).
Хисаметдинова Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы (1.1.1950, Әбйәлил районы Рәхмәт ауылы) — башҡорт телсеһе, топонимист, мәғариф эшмәкәре. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (1994). История башкирского языка: материалы по исторической фонетике. — Уфа, 1989; Башкирская ойконимия XVI — XIX вв. - Уфа, 1991; Географические названия Башкортостана. — Уфа, 1994. Хөсни Усман (— 1948). Башҡорт теле. Грамматика һәм дөрөҫ яҙыу. — Өфө, 1938 (авторҙаш); Әсә теленән эш китабы. — Өфө, 1930 (авторҙаш); Тел терминдары / Ред. Ғ. Амантай. — Өфө, 1935 (авторҙаш); Дәрес биреүҙә тел. — Культура революцияһы. 1934. № 1; Орфографик һәм стилистик грамоталыҡты күтәреү. — Культура революцияһы, 1936. № 1, 2; Баш­ҡорт телендә хәл әйтемдәр. — Башҡортостан уҡытыусыһы. 1940. № 2.
Хөснөтдинова Рәмилә Янсаф ҡыҙы (21.ЮЛ 961, Бөрйән районы Ҡотан ауылы) — башҡорт телсеһе, педагог. Филология фәндәре кандидаты.
Хәйруллина Мөсәлиә Ғәли ҡыҙы (15.12.1917, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Баҡалы ауылы) — башҡорт телсеһе, педагог. Педагогия фәндәре докторы, профессор. РСФСР-ҙың (1987), БАССР-ҙың (1977) атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Бик күп ғилми хеҙмәттәр, дәреслектәр авторы. Мәҫәлән, Родной язык как основа обучения русскому языку. — Уфа, 1981.
Хәкимова Венера Шәкир ҡыҙы (1.8.1946, Әбйәлил районы Ярлыҡап ауылы) — башҡорт телсеһе, педагог. Филология фәндәре кандидаты.
Чанышев Әмир Иҙрис улы (15.01.1909 Силәбе өлкәһе Бредны районы — 1997) -— башҡорт телсеһе, яҙыусы. Филология фәндәре кандидаты (1948). Хеҙмәте: Категория прилагательного в башкирском языке, — М., 1948.
Шакиров Закир Шакир улы (16.11.1881, Башҡортостан Республи­каһының хәҙерге Кушнаренко районы Ҡарасайылға ауылы — 7.12.1970, Өфө) — башҡорт телсеһе, педагог. БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1944). Ленин ордены менән наградланған (1944). Хеҙмәттәре: Тел термин­дары. — Өфө, 1935; Названия растений на латинском, башкирском, русском языках.. — Уфа, 1932; Ғәмәли башҡорт теле дәреслеге. — Өфө, 1928 (авторҙаш).
Шәйхисламова Зөбәржәт Фәнил ҡыҙы (1962) — башҡорт телсеһе, топонимист, педагог. Филология фәндәре кандидаты.
Шәкүров Рәшит Зәкир улы (11.1.1937, Стәрлетамаҡ районы Яңы Абдрахман ауылы) — башҡорт яҙыусыһы, публицист, телсе, топонимист һәм әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре докторы (1998), профессор, Халыҡ-ара информатизация академияһы академигы (1997), БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998). 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы: Исемдәргә — ил тарихы. Тикшеренеүҙәр, мәҡәләләр. — Өфө, 1993; По следам географических названиа. Топонимия бассейна реки Демы. —Уфа, 1986; Арҙаҡлы башҡорттар. -— Өфө, 1998.
Әхмәров Ҡасим Закир улы (7.11.1900, Борай районы — 11.2.1969, Өфө) — башҡорт телсеһе, филология фәндәре докторы (1963), профессор (1965). 100-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәте бар. Шулар иҫәбендә: Башҡорт те­лендә ябай һөйләм синтаксисы — Өфө, 1957; Башҡорт, телендә теҙмә ҡушма һөйләм синтаксисы. — Өфө, 1960; Сравнительная грамматика русского и башкирского языков. — Уфа, 1953 (соавт.); Башҡорт телендә тыныш билдәләре. — Өфө, 1936; Башҡорт әҙәби теленең орфография һүҙлеге. —ТА., 1952.
Әбсәләмов Зыя Зиннәт улы (1937, Баймаҡ районы Темәс ауылы) — башҡорт телсеһе, педагог. Филология фәндәре кандидаты. Хеҙмәттәре: Рәүештәрҙең яһалышы. — Башҡортостан уҡытыусыһы. 1974. № 7; Рәүештәрҙең семантик яҡтан бүленеше. — Шунда уҡ. 1977. № 6.
Әхмәтов Мөхәмәткәй Әхмәт улы (1942 — 1995) — башҡорт телсеһе, педагог. Филология фәндәре кандидаты. Хеҙмәте: Глагол в языке орхоно-енисейских памятников (е сравнителъном плане с современным башкирским языком). — Уфа, 1978.
Әхтәмов Мөхтәр Хеснөлхаҡ улы (15.1.1929, Ейәнсура районы Үрген ауылы) — башҡорт телсеһе, педагог. Филология фәндәре докторы, профессор. Хеҙмәттәре: Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге. — Өфө, 1973; Башҡорт теленең омонимдар һүҙлеге: Уҡыусылар өсөн ҡулланма. — Өфө, 1986; Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология: Уҡыу ҡулланмаһы. — Өфө, 1986.
Юлдашев Әхнәф Әхмәт улы (30.7.1929, Туймазы районы Кәлшәле ауы­лы — август 1988, Мәскәү) — башҡорт телсеһе, тюрколог. Филология фәндәре докторы (1966), профессор (1967). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970). Бик күп фәнни хеҙмәттәр авторы: Система словообразования и спряжения глагола в башкирском языке. — М., 1958; Аналитические формы глагола в тюркских языках. — М., 1965; Принципы составления тюркско-русских словарей, — М., 1972; Грамматика современного башкир­ского литературного языка — М., 1981 (отв, редактор).
Яруллина Урия Мөхәмәт ҡыҙы (1.05.1927) — башҡорт телсеһе, лекси­колог. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, һүҙлектәр төҙөүҙә ҡат­наша. Хеҙмәттәре: Башкирско-русский словарь. — М., 1958 (соавт.); Из наблюдений над башкирскими говорами. — Уфа, 1963 (соавт.); Башҡорт теленең һүҙлеге. Т. I — II. — М., 1993 (авторҙаш); Башҡортса-русса һуҙлек. — М., 1996 (авторҙаш).
Башҡорт тел ғилеме үҫешендә Ф. Р. Латыпов, Л. Г. Сәйәхова, Т. Ә. Килдебөкова, Л. Л. Әйүпова, Р. 3. Мерәсев, Н. Д. Ғарипова, С. Ш. Поварисов, С. Ғилманова, Р. М. Булгаков һ. б. ғалимдарҙың хеҙмәттәре ҙур әһәмиәткә эйә. (М.Ғ. Усманованан)
Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz