Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шаршамбы, 24.04.2024, 11:20

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Ғәбит сәсән

Ғәбит сәсән Арғынбаев (1856—1921) — атаҡлы башҡорт сәсәне. Ғәбит сәсән хәҙерге Баймаҡ районы Иҙрис ауылында тыуған. Сәсән хаҡында уны 1907 йылдан бирле күреп белгән Мөхәммәтша Буранғолов былай тип яҙа:

"Ғәбит сәсән нәҙек, оҙон буйлы, арҡаһы бер аҙ ғына көмөрәйгән булһа ла, йөрөгәндә төҙ һәм баҙыҡ итеп һәлмәк кенә баҫып йөрөр ине. Ул атаҡлы ҡурайсы, йырсы сәсән булараҡ ниндәй генә көйҙө уйнаһа ла, иң тәү уның легендаһын һөй­ләп, һәр төрлө вариантта уйнап, ул варианттарҙың ҡайһы ырыуға хас икәнен әйтеп, йырын йырлап тамамлай ине. Ул көйҙәр, легендалар һәм эпостарҙы өйрәнеүҙә үҙенең остазы-уҡытыусыһы итеп Ишмөхәммәт сәсән Мырҙаҡаевты телгә ала ине".

Ғәбит Арғынбаев йыйындарҙа йырсы, әйтештәрҙә лә ал бирмәҫ сәсән булған. Мәҫәлән, ул 1912 йылда Ырымбурҙа 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 100 йыл тулыуға арналған ҙур йыйында, 1920 йылда Стәрлетамаҡта Башҡор­тостан хөкүмәте тарафынан ойошторолған бәйгелә беренсе урындарҙы ала. "Ул унар табаҡлы эпостарҙы (йәғни сама менән 225—250 бит күләмендәге. — С. Г.) һис туҡтауһыҙ ят­тан һөйләй ине, һөйләгәндә үҙен-үҙе онотоп, көлөр ерҙә көлөп, илар ерҙә илап, әҫәрләнеп торор ине. Һөйләгәндә уртала туҡтап ҡалып бүленһә, шул ерҙән ялғап китә алмай, яңынан башлай ине", — тип хәтерләй уның хаҡында Мөхәммәтша Буранғолов.

Ғәбит сәсән Арғынбаевтан "Урал батыр", "Күсәкбей", "Иҙел менән Яйыҡ", "Ҡараһаҡал", "Юлай менән Салауат", "Байыҡ Айҙар сәсән" кеүек ҡобайырҙар, йөҙәрләгән йыр, риүәйәт, легендалар яҙып алынған.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz