Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шәмбе, 20.04.2024, 00:56

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Буранғолов Мөхәммәтша

Буранғолов Мөхәммәтша Абдрахман улы (1888 — 1966) — яҙыусы, Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне, баш­ҡорт халыҡ ижадын йыйыу һәм өйрәнеү эшенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән әҙип.

Мөхәммәтша Буранғолов 1888 йылда хәҙерге Ырымбур өлкәһе Люксембург районы Ильяс ауылында тыуған. Үҙҙәренә күрше Юлдаш; ауылының земство мәктәбендә, унан Ҡарғалы һәм Ырымбурҙың "Хөсәйениә" мәҙрәсәләрендә уҡы­ған. Оҙаҡ йылдар төрлө мәктәптәрҙә, педагогия техникумын­да башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытҡан. 1939—1945 йылдарҙа М. Ғафури исемендәге Тел һәм әҙәбиәт ғилми тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләгән. 1944 йылда уға Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне тигән маҡтаулы исем бирелгән.

М. Буранғоловтың сәсәнлек һәм ғилми эшмәкәрлеге бер нисә йүнәлештә барған. Беренсенән, ул башҡорт халыҡ ижа­ды әҫәрҙәрен йыйыу һәм фольклор фонды туплауға баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән әҙип. Башҡорт фольклористикаһы тарихында был өлкәлә әлегә М. Буранғолов һымаҡ эш башҡарған кешене табыуы ауыр. Мәшһүр "Урал батыр", "Аҡбуҙат", "Мәргән менән Маянһылыу", "Юлай менән Са­лауат" кеүек ҡобайырҙар, иҫәпһеҙ-һанһыҙ йырҙар, легенда­лар тик уның яҙмалары аша ғына һаҡланып ҡалған. Уларҙың күбеһе 1943 йылда сәсән әҙерләп сығарған "Ба­тырҙар тураһында эпос" китабында һәм 1940 йылда баҫы­лып та (сигнал экземплярҙа) донъя күрмәй ҡалған "Башҡорт халыҡ йырҙары" исемле хеҙмәтендә тупланған.

Икенсенән, М. Буранғолов халыҡ ижадын өйрәнеү өлкә­һендә лә ҙур эш башҡарған. Был йәһәттән уның "Башҡорт фольклоры", "Башҡорттарҙың иҫке йола һәм йырҙары тари­хынан", "Башҡорт туй йолалары" исемле баҫылмай ҡалған һәм тик һуңғы йылдарҙа "Таштуғай" (Өфө, "Китап", 1994), "Сәсән аманаты" (Өфө, "Китап", 1995) китаптарында донъя күргән хеҙмәттәрен күрһәтергә мөмкин.

Өсөнсөнән, М. Буранғолов үҙе лә сәсән булып танылған, үҙенең ҡобайырҙарын ул халыҡ йырҙары һәм легендалары мотивтарын файҙаланып ижад иткән. Шундайҙарҙың бере­һе — 1942 йылда айырым китап булып баҫылып сыҡҡан "Ватан һуғышы" ҡобайыры". Был ҡобайырға "Икенсе әрме" һәм "Ҡаһым түрә" легендалары нигеҙендә яҙылды", тигән иҫкәрмә бирелгән. Ҡобайыр 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғаларына бәйле сығарылған булһа ла, фашистар иле­беҙгә баҫып ингән көндәрҙә ул заманса яңғыраны, боронғо ба­тырҙарҙың яҡты һынын күҙ алдына баҫтырҙы, уларҙың ҡаһарманлыҡтары халыҡты еңеүгә рухландырҙы.

Үҙенең сәсәнлек эшмәкәрлеге менән М. Буранғолов ҡо­байыр традицияларын үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Рәшит Ниғмәти билдәләгәнсә, "ул халыҡ ижадын бик яҡшы белә һәм уның диңгеҙ кеүек тәрән, кристалл кеүек саф шишмә­һенән үҙ ижады өсөн тел байлығы, образдар көсө, фекерҙәр үткерлеге ала".

Өҫтәүенә, М. Буранғолов — заманында башҡорт халыҡ ижадына нигеҙләнеп күп кенә пьесалар ижад иткән яҙыусы ла. Уның "Ашҡаҙар", "Шәүрәкәй", "Ялан Йәркәй", "Башҡорт туйы" кеүек фольклор-этнографик пьесалары Башҡортостан театрҙарында ҙур уңыш менән барған. Һуңғы йылдарҙа "Баш­ҡорт туйы", "Шәүрәкәй" пьесалары яңынан сәхнәләштерелде.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz