Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йома, 19.04.2024, 06:05

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Дәүләтшин Фәррәх

Дәүләтшин Фәррәх Дәүләтша улы (1887—1956) — Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне. 1887 йылда хәҙерге Дүр­төйлө районы Иҫке Уртай ауылында ярлы крәҫтиән ғаилә­һендә тыуған. Ете-һигеҙ йәшенән етем ҡалып, үҙ көнөн үҙе күрә: байҙарҙа көтөү көтә, урман ҡырҡа. 1916 йылда ҡағыҙ фабрикаһында эшләгәндә пар торбаһы шартлау һөҙөмтәһендә тома һуҡыр булып ҡала. Тап бына ошо осорҙа Фәррәх Дәүләтшин дә сәсәнлек һәләте уяна: ул ауылдан ауылға йөрөп бәйет әйтә, йырҙар сығара, шуның менән тамаҡ туйҙыра.

Октябрь революцияһынан һуң Фәррәх Дәүләтшиндең сәсәнлек эшмәкәрлеге уның төп һөнәренә әйләнә. Ул, Дауыт Юлтый яҙғанса, "йәнле китап булып ауылдан ауылға, йы­йындан йыйынға өгөт-нәсихәт менән йөрөй".

Фәррәх Дәүләтшиндең тәүге китабы 1928 йылда уҡ "һүҙ табыусы һуҡыр Фәррәх әңгәмәләре" исеме менән баҫылып сыға. 30-сы йылдарҙа ул Тыуған илен, йәшәгән төбәген дан­лаған күп кенә йырҙар ("Беҙҙең ҡояш", "Ишембай") ижад итә. Шулай ҙа уның ижадының активлашып китеүе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Колхоздың алдынғы трактор­сыһы тураһындағы "Ғәлиә ҡыҙ бәйете", "Алты ялҡау бәйе­те", "Ватан һуғышы бәйеттәре", "Алтынтараҡ аттарға" кеүек әҫәрҙәре Тыуған ил тойғоһо тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнаны.

Ф. Дәүләтшин әҫәрҙәренең тематикаһы һәм поэтик эшлә­неше яғынан бәйет традициялары йоғонтоһонда ижад ителеүе күҙгә ташлана. Шуға күрә уларҙың күбеһенең бәйет атамаһы менән йөрөүе лә ғәжәп түгел. "Чкалов бәйете", мәҫәлән, исеменән үк күренеүенсә, күренекле осоусының фажиғәле үле­менә бағышлап сығарылған. Унда хикәйәләү ҙә бәйеттәргә хас традицион башланыш ала.

"Минең Мәскәүгә барыуым" һәм "Ватан һуғышы бәйеттәре"ндә лә хәл-ваҡиғаны бәйеттәргә хас ҡабатлап-ҡабатлап һүрәтләү алымы өҫтөнлөк итә. Үҙенең теле, поэтик саралары менән ул халыҡтан яҙып алынған бәйеттәрҙән айырылмай ҙа.

Ф. Дәүләтшин — Һүҙ табыусы һуҡыр Фәррәх әңгәмә­ләре" (1928), "Орденлы халыҡ йырсыһы Фәррәх йырҙары һәм бәйеттәре" (1939), "Сәсәндең кәңәштәре" (1947), "Сәсән тауышы" (1967) китаптарының авторы. Ф. Дәүләтшин 1939 йылда "Почет Билдәһе" ордены менән наградланған.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz