Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йома, 29.03.2024, 19:03

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1213

Әкиәттәр


Ағастар

  Беҙҙең  ауыл урманында бик күп ағастар йәшәй: имән,

ҡайын, шыршы, муйыл, ҡарағай.

Бер көндө ағастар ҡайһыһы файҙалыраҡ икәнен белергә теләп, үҙ ара
бәхәсләшеп киткәндәр.

Имән әйткән:
-Мин - ағастар батшаһы. Йәшендән дә, дауылдан да ҡурҡмайым. Ағасымдан

мебель эшләйҙәр. Мин иң кәрәкле ағас.

Ә муйыл әйтә:

- Маҡтанма, имән. Һинең сәтләүегеңде сусҡалар ғына ашай. Мин яҙ еткәс, хуш
еҫле сәскә атам. Ә йәй көнө тәмле ҡара емештәрем менән кешеләрҙе шатландырам.

Быларҙың һүҙенә шыршы ҡушылған:

-Иң матур ағас мин. Йәй ҙә, ҡыш та йәм-йәшел күлдәгемде кейеп ултырам. Яңы

йыл байрамына кешеләргә ҡунаҡҡа барам. Улар мине матур итеп биҙәйҙәр, минең
тирәләй бейейҙәр, йырлайҙар.

Ҡайын
әйткән:

-Мин
дә файҙалы ағас. Мин кешеләргә миндек, утын бирәм. Бөрөләрем шифалы, һутым
татлы.

Ә ҡарағай
әйткән:

- Мин төҙ ағас. Минән кешеләр өйҙәр төҙөйҙәр.
Ағастарҙың

бәхәсен тыңлап торған кеше уларҙың барыһы ла бик кәрәкле икәнлеген әйткәс кенә
тегеләр тынысланғандар.

                                            



Асҡаров
Булат



Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz