Мортазин Муса Лот улы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, Ырымбур губернаһы Верхнеурал (Үрге Яйыҡ) өйәҙе Күбәләк-Тиләү улысының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) Көсөк ауылында 1891 йылдың 20 февралендә тыуған. 1937 йылдың 27 сентябрендә Мәскәү ҡалаһында ерләнгән.
- 1911 йылға тиклем ауыл мәҙрәсәһендә уҡый.
- 1912-1917 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә.
- 1917 йылда Февраль революцияһынан һуң, май-июнь айҙарында әүҙемләшеп киткән дөйөм мосолман һәм милли хәрәкәттәрҙе съездарында ҡатнаша. Шул йылда Башҡортостандың һәм башҡорттарҙың милли азатлығы өсөн көрәш юлына баҫа.
- 1918 йылда М. Л. Мортазин Башҡортостандың Ваҡытлы Революцион Советына ағзаһы итеп алына. Верхнеурал өйәҙенең Тамъян-Ҡатай төбәгендә милиция органдары, ауыл һәм олоҫ Советтары ойоштора.
- 1918 йылдың апреленән авгусына тиклем башҡорт партизан отрядына етәкселек итеп, атаман Дутов һәм Анненковҡа ҡаршы һуғыша. Башҡорт милли ғәскәрендә эскадрон командиры, полк командиры була.
- 1919-1920 йылдарҙа Мортазин бригадаһы крәҫтиән фетнәләрен баҫтырыуҙа, совет-польша һуғышында ҡатнаша.
- 1920-1922 йылдарҙа М. Мортазин БАССР хәрби эштәре буйынса халыҡ комиссары, БашЦИК председателе.
- 1928-1937 йылдарҙа Ҡыҙыл армияның аттар төҙөкләндереү бүлегенең башлығы. Өс Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены, алтын сәғәт, көмөш ҡылыс менән бүләкләнә.
- 1937 йылдың 31 майында ҡулға алына.
- 1937 йылдың 27 сентябрендә атып үлтерелә.
- 1956 йылда реабилитациялана.
Өс Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены, алтын сәғәт, көмөш ҡылыс менән бүләкләнгән.