Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу | Инеү | RSS | Йома, 26.04.2024, 06:42 |
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте | |
Һеҙ Гость булып керҙегеҙ "Ҡунаҡтар" төркөмө Һаумыһығыҙ, ҡунаҡ! |
|
"Нәсихәттәр"ҙең заман йәштәрен тәрбиәләүҙәге ролеҮҙенең күп яҡлы ижади эшмәкәрлегендә Р. Фәхретдинов ғаилә һәм йәш быуынды тәрбиәләү мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бирә. Кешелә ысын кешелек сифаттары тәрбиәләү, уны үҙ халҡына, иленә файҙа килтерерҙәй, кешелектең алға барышына саҡ ҡына булһа ла өлөш индерерҙәй эҙләнеүсән, көрәшеүсән шәхес – милләт атаһы, милләт әсәһе итеү өсөн уп ғүмере буйына көрәшә. Тәрбиә, рухиәт мәсьәләләрен яҡтыртыу – Р. Фәхретдиновтың
ғилми-популяр хеҙмәттәрендә лә ҡыҙыл еп булып үтә. Ҡан- ҡәрҙәштәренә: «Бөтмәй
торған мираҫ – гүзәл тәрбиә биреү икәнен белегеҙ», - тип баҫым яһап мөрәжәғәт иткән
ғалим-әҙип был ҡатмарлы Әҙиптең нәсихәттәре бөгөнгө көндә лә заманса яңғырай. Әйтерһең дә, яҙыусы „ваҡыт машинаһы”на ултырып, беҙҙең көндәргә килгән, беҙҙең арала йәшәп, кешеләрҙең йәшәйешен күҙәтеп, ошо хеҙмәтен яҙған. Нәсихәттәрҙе ҡат-ҡат уҡыған һайын, һәр бер юлдың беҙҙең быуын йәштәренә мөрәжәғәт ителеүенә нығыраҡ ышана бараһың. Бәлки, Р.Фәхретдинов күрәҙәсе лә булғандыр? Үҙенең хеҙмәтендә ул физик, дини, әхлаҡи, аҡыл һәм хеҙмәт тәрбиәһе мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлә. Айырыуса аң-белемде, әхлаҡты һәм хеҙмәтте тәрбиә эшенең үҙәгенә ҡуя. Тәрбиә ғаиләнән башлана. Кешелә бөтәһе лә матур булырға тейеш. Шул матурлыҡтың иң ҙур күрһәткесе – ата-әсәләргә, туғандарға, яҡын ҡарындаштарға, өлкәндәргә, булған һөйөү һәм ихтирам. Ләкин ҡайһы берәүҙәр ата-әсәһен ҡарамай, ҡарттар йортона тапшыра, өйҙәренән ҡыуып сығара, атанан ҡалған милекте туғандары менән суд аша бүлешә, хатта енәйәтселек юлына баҫа – үлтерә. Р.Фәхретдинов балаларға „…ата-әсәгеҙ һеҙгә ҡарата иң ауыр һәм мәшәҡәтле хеҙмәттәрҙе башҡарған һәм һаман да үтәй… уларға ихласлыҡ менән хеҙмәт итеүсе һәм хөрмәт итеүсе булығыҙ!”, „…ата-әсәйегеҙгә ярҙамсы булығыҙ…”, „Ҡайһы бер балалар шулай була. Аталары үлгәс, мал бүлеү өсөн туған һәм ҡарындаштары менән асыуланыша… Һеҙ бындай балалар кеүек булмағыҙ”, тип өндәшә. Яҙыусы шәхесте формалаштырыуҙағы иң төп факторҙарының береһе булып әхлаҡи тәрбиә тора тип иҫәпләй, уныңса, „яҡшылыҡ һәм әҙәп”, „матур холоҡ”, әхлаҡлылыҡ – кешенең асылы, йәмғиәттең именлеге күрһәткесе. Был күрһәткес ғаиләнән, ата-әсә һәм балаларҙың, туғандарҙың һәм дуҫ-иштәрҙең, ғөмүмән, кешеләрҙең үҙ-ара итәғәтле, ихлас мөнәсәбәттәренән, күркәм холоҡтарынан башлана. Әхлаҡи тәрбиә төшөнсәһе артында ғалим-әҙип кешенең йәнен генә түгел, тәнен дә матур, камил итеүҙе күҙ уңында тота. Хәҙер йәштәр араһында ҡолаҡҡа ғына түгел, хатта ҡаш, танау, ирен, тел, кендектәренә төрлө-төрлө алҡа тағып йөрөүселәрҙе йыш осратырға була. Бигерәк тә йәнде көйҙөргәне: ундайҙар егеттәр араһында ла күбәйҙе. Урамда һүгенеп, ғәйбәт һөйләп йөрөүселәр, өҫ-баштарына тейешле иғтибар бирмәүселәр өсөн дә бик күп фәһемле нәмәләр табырға була нәсихәттәрҙән. Белем алыуҙың маҡсатын ул үҙеңә ниндәйҙер дан-дәрәжә яулауҙа түгел, ә йәмғиәткә „файҙалы кеше булыуҙа” күрә, „һәр милләттең бәхетле булыуының төп сәбәбе белем” булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Аң-белем, уҡыу-уҡытыу мәсьәләләренә ҡарата ошондай ҡарашта торған ғалим-моралист тикмәгә генә ата-әсәләрҙе балаларының „өҫ-баштарынан артыҡ аҡылдарын тәрбиәләргә” саҡырмай. Һаулыҡ һаҡлау ҡағиҙәләренә лә етди иғтибар бирелә китапта. „Аяҡтарығыҙҙы һыуыҡтан һаҡлағыҙ. Мөмкин тиклем йылы йөрөтөгөҙ. Өшөтмәгеҙ”, „…уйнар өсөн ашығыҙ һеңгәнде көтөгөҙ ”, - тигән кәңәш- тәрҙе лә табырға була. Бынан тыш гимнастика яһау ҡағиҙәләре лә урынлаштырылған. Кешелек сифатын бөтөрөүсе һәр төрлө боҙоҡлоҡтарға ҡаршы ғүмере буйы көрәшә Фәхретдинов. Китап аҙағында бирелгән 11 өгөттә ул шулар тураһында һүҙ алып бара. Бигерәк тә бөтә бысраҡлыҡтың башы булған эскелеккә, иҫерткес эсеүсе кешеләргә: „Был боҙоҡ ғәҙәт ни ҡәҙәр ҡыҙғаныс һәм күңелдәргә йәрәхәт бирәсәк хәлдер ”, - ти. Эйе, урамдарҙа балаларын етәкләп, тәмәке тартып, һыра эсеп йөрөүсе атайҙарҙы ғына түгел, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәйҙәрҙе лә осратырға була. Улар үҙҙәренең миҫалдарында балаларында бәләкәйҙән үк кире сифаттар тәрбиәләгәндәрен аңлап еткермәйҙәрҙер, ахыры. Эскеселек арҡаһында күпме ҡайғы кисерелә, күпме күҙ йәше түгелә. Шуларҙы булдырмаҫ өсөн яҙылған юлдарҙы йәштәр үҙләштерһә, аңлаһа ине. Ололар өсөн яҙылған нәсихәттәрҙә лә йәш быуын өсөн фәһемле нимәләр бик күп. Хәҙерге йәштәр танышып та өлгөрмәйҙәр, никахлашырға ашығылар. Буласаҡ тормош иптәшенең холҡон, ғәҙәттәрен белмәгәнлектән, бик күп бәләләр тыуа, ғаиләләр тарҡала, балалар етем ҡала. Ир-ат – ғаилә башлығы булып, ҡатын ҡыҙ – усаҡ һаҡларлыҡ, бер-береңде ихтирам итерлек, балаларға үрнәк булырҙай йәштәр ғаилә ҡорһа, уларҙың киләсәге лә өмөтлө, ышаныслы булыр, ти яҙыусы. Ватанға, милләтеңә тоғролоҡ, милләттәр араһындағы мөнәсәбәттәр кеүек мәсьәләләр һәр ваҡыт актуаль. Ватанға һәм милләткә ҡарата мөнәсәбәт хаҡында бына ниндәй фәһемле юлдарҙы яҙа ул: „Күге аҫтында йәшәгән, һауаларын еҫкәгән, һыуын эскән, икмәген ашаған ватанығыҙҙы ныҡ һөйөгөҙ, уның исемен бөйөк итеү өсөн тырышығыҙ. Ата-әсәгеҙҙе, яҡын ҡәрҙәштәрегеҙҙе нисек һөйһәгеҙ, милләтегеҙҙе лә шулай һөйөгөҙ. Милләтегеҙ өсөн хеҙмәт итеүҙе йәнегеҙ өсөн бәхет тип белегеҙ. Милләтегеҙгә белем һәм мәғрифәт таратығыҙ. Араларына дуҫлыҡ һәм мөхәббәт орлоҡтары сәсегеҙ ”. Шулай итеп, Ризаитдин Фәхретдинов тарафынан күтәрелгән мәсьәләләр бөгөнгө көндә лә актуаль һәм әһәмиәтен юғалтмаған. Яҙыусы үҙенең нәсихәттәрен халыҡ педагогикаһына таянып ижад итә һәм йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Вилданов Артур |
|
Ағиҙел 2012 |
Бесплатный хостинг uCoz |