Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Кесаҙна, 25.04.2024, 19:52

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Әрме хеҙмәте һәм хәрби походтар тураһындағы йырҙар

Әрме хеҙмәте һәм хәрби походтар тураһындағы йырҙар­ҙың конкрет тарихи ерлеге, нигеҙҙә, Башҡортостандағы кан­тондар идаралығына бәйле. Был осорҙа (1798—1865) башҡорт халҡына Рәсәйҙең көнсығыш ситкәрен (Тубыл йылғаһынан алып Яйыҡ буйлап Гурьев ҡалаһына тиклемге Ырымбур линияһын) һаҡлау эше йөкмәтелә. Линия хеҙмәте халыҡҡа тағы ла ҙурыраҡ яфа, ҡайғы-хәсрәт алып килә.

Линия хеҙмәте тураһындағы йырҙар күп сюжетлы тү­гелдәр. Уларҙың барыһы ла хәрби тормош күренештәрен хикәйәләү планында түгел, ә хеҙмәттә йөрөүсе ир-егеттең эске кисерештәрен һүрәтләү, халыҡтың линия хеҙмәтенә ҡара­шын белдереү һәм баһаһын биреү планында ижад ителгәндәр. "Әрме", "Уйыл", "Имәнғол", "Карпат", "Һалдат йыры", "Азамат" йыры бына шундайҙар.

Линия хеҙмәте тураһындағы йырҙарҙың конкрет ерлеген табыуы ауыр, уларҙа конкрет тарихи шәхес тә һирәк осрай. Шулай ҙа был йырҙар тарихи дөрөҫлөккә бай.

Әрме йырҙарының иғтибар үҙәгендә линия хеҙмәтенең йә булмаһа хәрби походтың бөтә ауырлығын үҙ елкәһендә та­тыған исемһеҙ герой тора. Миҫал өсөн айырыуса дөйөмләште­реү көсөнә эйә булған "Әрме" йырын алырға мөмкин. Йырҙың геройы үҙенең илен-йортон һағына, уға ҡайтырға ашҡына, ғүмеренең зая үтеүенә зарлана. "Әрме" йыры ирекһеҙҙән мәжбүри линия хеҙмәтенә ебәрелгән геройҙың эске кисереш­тәрен һүрәтләү аша бөтә башҡорт халҡының трагик яҙмы­шын дөйөмләштерә.

Тыуған-үҫкән илдән айырылыу һәм уны һағыныу, ғәзиз баш, хеҙмәт ауырлығынан зарланыу, туған-тыумасаны уйлап борсолоу — әрме йырҙарының төп йөкмәткеһе бына ошо. "Ырымбур юлы", "Еҙем", "Шараҡ", "Күк ыласын" кеүек йырҙарҙа исемһеҙ ир-егеттәрҙең уртаҡ ҡайғы-хәсрәте сағы­лып ҡалған. Әрме хеҙмәтенең йорт-илгә ни хәтле бәлә-яфа килтереүе "Һары ҡарт" йырында айырыуса тулылыҡ менән һүрәтләнә. Йырҙың шундай тарихы бар: борон бер әбей менән бабайҙың яңғыҙ ғына улдары, әрме хеҙмәтенә алынып, күп ғүмерен шунда үткәрә. Берҙән-бер көй ул батша һарайы янын­да поста тора икән. Ғүмеренең заяға үтеүен уйлап ҡайғыһынан үҙе лә һиҙмәҫтән йырлап ебәргән, имеш. Шул саҡ уны: "Ниңә поста олоп тораһың?" — тип зинданға ябып ҡуйғандар, ти.



 

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz