Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу | Инеү | RSS | Кесаҙна, 25.04.2024, 01:35 |
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте | |
Һеҙ Гость булып керҙегеҙ "Ҡунаҡтар" төркөмө Һаумыһығыҙ, ҡунаҡ! |
|
Төрлө йыр-робағиҙарХалыҡ ижадында үҙенең махсус көйө булған исемле йырҙар менән бер рәттән төрлө көйгә йырлана торған дүрт юллыҡ йырҙар ҙа киң таралған. Бындай йырҙарҙы, ғәҙәттә, төрлө йырҙар тип йөрөтәләр. Башҡорт халҡының төрлө йырҙарын көнсығыш поэзияһында борон-борондан киң таралған робағи жанры менән сағыштырырға мөмкин. Хикмәт бында уларҙың а-а-б-а рәүешендә рифмалашыу тәртибендә генә түгел. Төрлө көйгә йырлана торған йыр-строфа, робағи кеүек үк, күп осраҡтарҙа үҙенең үҙаллылығы, фәлсәфәүи мәғәнәле булыуы, тамамланған тулы бер фекер туплауы менән айырылып тора. Уларҙың төп йөкмәткеһен тыуған ил һәм тыуған ер, донъяның фанилығы, кеше ғүмеренең асылы хаҡындағы уйланыуҙар тәшкил итә. Робағиҙарҙағы кеүек үк, төрлө йырҙарҙа әхлаҡ проблемалары, мөхәббәт темаһы ҙур урын алған. Төрлө йырҙарҙың килеп сығышы хаҡында һүҙ барғанда ике осраҡҡа туҡтап үтергә мөмкин. Беренсенән,
төрлө йырҙарҙың айырым ижад төрө булараҡ формалашыуы исемле йырҙар яҙмышы менән тығыҙ бәйләнгән. Билдәле
бер тарихи Төрлө йырҙарҙың формалашыуында, икенсенән, импровизация ҙур роль уйнаған тип әйтергә мөмкин. Оҫта йырсылар, ҡурайсылар күңелендә ниндәйҙер көслө тойғолар тәьҫирендә дүрт юлдан торған йыр ҡапыл ғына тыуырға мөмкин. Әгәр ҙә исемле йырҙарҙың күбеһе ниндәйҙер сюжетҡа нигеҙләнгән булһа, ниндәйҙер бер тотош ваҡиға, күренеште күҙ алдына баҫтырһа, төрлө йырҙар иһә кеше хисенең, кисерештәренең билдәле бер мәлен, торошон сағылдыра. Был йәһәттән төрлө йырҙарҙы һүҙ ыңғайында ғына әйтелә торған мәҡәл һәм әйтемдәр менән сағыштырырға мөмкин. Хатта ҡайһы бер дүрт юллы йыр-робағиҙар үҙҙәре үк мәҡәлдәр теҙмәһе булараҡ ҡабул ителә. Үҙҙәренең тәбиғәте менән төрлө йыр-робағиҙар, нигеҙҙә, лирикаға тартым: унда йырсының тирә-йүнгә мөнәсәбәте, уй-тойғолары, хис-кисерештәре төп урында тора. Төрлө йырҙарҙы төркөмләү шаҡтай ҡыйын. Уларҙы, мәҫәлән, тематик принципҡа нигеҙләнеп, тыуған ил, ир-егет, мал, ҡайғы-хәсрәт, яҙмыш, ғүмер, һөйөү-һөйөшөү, мәжлес-йыр, дуҫ-ишлек тураһындағы йырҙарға бүлеп була. Әлбиттә, бындай төркөмләүҙә лә күпмелер шартлылыҡ бар, сөнки күп кенә йырҙарҙа ир-егет, мал һәм тыуған ил, ә икенселәрендә иһә яҙмыш һәм ғүмер, ә өсөнсөләрендә мәжлес, уйын-көлкө һәм дуҫ-ишлек төшөнсәләре айырылмаҫ бер бөтөндө тәшкил итә. |
|
Ағиҙел 2012 |
Бесплатный хостинг uCoz |