Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шаршамбы, 24.04.2024, 21:43

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Таҡмаҡтар

1.  Иртән тороп тышҡа сыҡһам,

Кәзә һайрай шатланып.

Айға осоп барып ҡайттым

Күк һыйырға атланып.

2. Айға осам, айға осам,

Айға осам иртәгә.

Ракетаны бәйләп ҡуйҙым

Йүгәненән кәртәгә.

3. Мейес башынан карауатҡа

Тимер юл булһа ине.

Мискә, мискә балдар тейәп,

Поездар уҙһа ине.

4.  Ағиҙелдән кәмә килә,

Икәү ишәләр икән.

Ир-аттарҙы сусҡа иткән

Аҡ баш шешәләр икән.

5. Иртән тороп , тышҡа сыҡһам,

Һыйыр сәпәкәй итә.

Ҡара һарыҡ гармун тарта,

Тәкә танцевать итә.

6.Ҡыҙыл башлыҡ, зәңгәр суҡ,

Суғын алһаң, йәме юҡ.

Әллә кемдән үптергәнһең,

Иренеңдең тәме юҡ.

7. Урман эсенән киләһең,

Урман эйәһе кеүек.

Танауыңды күтәргәнһең

Ишан бейәһе кеүек.

8.            Исемдәре, исемдәре,

Исемдәре Хопотдин.

Һине уйлап килә инем,

Бер соҡорға хоп иттем.

9. Йәш ғүмер уҙа тиҙәр,

Уҙғанын күрһәң ине.

Уҙған саҡта тотоп алып,

Кәрәген бирһәң ине.

10.Сығаһың да һөйәләһең

Солан ишектәренә.

Үрмәкестәр оялаған

Танау тишектәренә.

11. Һин дә матур үҙеңә,

Мин дә матур үҙемә.

Эсе ташҡан башмаҡ кеүек

Күренәһең күҙемә.

12. Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң

Исемдәре Рәфҡәт.

Рәхмәт дуҫым ташлауыңа,

Һинән башҡа ла рәхәт.

13. Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң

Исемдәре Әлфиә.

Һөйгәнеңде күрҙем инде

Шырпы ҡабына һыя.

14. Ағиҙелде аша сыҡтым

Аҡ тауыҡҡа атланып.

„Беҙҙекеләр шулай”- тиеп

Әтәс йөрөй маҡтанып.

15. Эй, дуҫҡайым, беләһеңме?

Минең күңелем нисәүҙә?

Ике егет булһын  ғашиҡ,

Не мешает өсәү ҙә.

16.Аҡтыр кәзә йөндәре,

Күктер кәзә йөндәре.

Ҡунаҡтары бейеп йөрөй,

Ҡайҙа хозяиндары?

17. Ҡытайский апельсин

Килә икән ящикта.

Ҡартайғастын үкенербеҙ,

Бейеп ҡалайыҡ йәшлектә.

18. Иҫке мунса босмағы,

Яңы мунса босмағы.

Етәр инде күп бейенем,

Йығылып китәрмен тағы.

19.Баҫ, баҫ,баҫ әйҙә

Баҫыуҙарың бик таҙа.

Шайтан таяғы тип торам,

Һин икәнһең уртала.

20. Баҫ, ҡыҙым, баҫ әйҙә

Шул „Әпипә” көйөнә.

Баҫа белмәгән туташтар

Ҡайтып китһен өйөнә.

21.Һикереп төшөп бейергә

Итек яҡшы ҡатанан.

Беҙҙең былай һикереүгә

Фатиха бар атанан.

22. Бейе, бейе, бейе әйҙә,

Ярма-борсаҡ түгелһен.

Саҡырғанда бейемәҫкә

Аҡһаҡ-туҡһаҡ түгелһең.

23. Баҫ, баҫ, баҫ әле

Һығылһын иҙәндәре.

Һинең кеүек бейеүсене

Юҡ әле күргәндәре.

24.Бейе, бейе Байдәүләт

Бейеүҙәрең ни дәүләт.

Бер үҙеңә ҡыйын булһа,

Әйҙә төштөк икәүләп.

25. Ҡоҙа килә аҙ ғына,

Килгән юлы һаҙ ғына.

Көнкүреше насар микән,

Йыуасаһы аҙ ғына.

26.Ҡоҙалар килгән беҙгә

Һыйларға, һыйланырға.

Һеҙ ҡоҙалар ҡаршыһында

Нигенә ҡыланырға?

27.Теҙгенеңде ник тарттың,

Минең яҡҡа ник баҡтың?

Бер баҡманың, ике баҡтың,

Йәш йөрәккә ут яҡтың.

28.Иртән тороп тышҡа сыҡһам,

Һыйыр сабата кейгән.

Осоп бара, осоп ҡайта

Беҙҙең кәзә көтөүҙән.

29. Бейе, еңгә, бейе, еңгә,

Бейеүеңә - бер бәрән.

Бейей белмәйсә бейеһәң,

Сығарам да ебәрәм.

30.—Пожар!—тигән тауышҡа

Выскочила бабушка.  

Ике баҡа ҡосаҡлашып,

Инеп китте ҡамышҡа.

31. Бәрәңге жарить итәм,               

Бәрәңге жарить итәм.

Һөйләгәндәр, һөйләһендәр,

Барыбер гулять итәм.

32. Анау килгән машинаға             

Һин садись та, мин ултыр.

Һөйгән йәрең жалко булһа.

Ботоңа бәйләп ултыр.

33. Армияға киткән саҡта              

Синий платок подарил.            

Через күпер сыҡҡан саҡта      

Күҫәк менән ударил.

34.  Минең милый армияла:          

«Аттар напою», — тигән —    

Пока гуляй — закон шулай,    

Ҡайтҡас всё прощу, тигән.      

35. Эх, хорошо, хорошо,  

Замечательная.

Вәғәҙә биргәс һөйөү кәрәк

Обязательная.               

36. Бәрәңге жарить итәм,               

Бәрәңге жарить итәм,               

Һөйләгәндәр һөйләһендәр,  

Всё равно гулять итәм.

37.Ботинкаһы, ботинкаһы,

Ботинкаһы кожаный.

Кеше йәрҙәрен һөйәргә

Вообще неположеный.

38.Ботинкаһы, ботинкаһы,      

Ботинкаһы лаковый.

Һөйгән йәрең ташлап китһә

Яңылары готовый.

39.Беҙҙең Таня громко плачет,

Уронила в речку мяч. 

Туҡта, Танечка, не плачь,

Батмай бит ул һыуҙа мяч.

40.Йәнәл тауҙың баштарында

Трактор буксовать итә.

Беҙҙең Маҡар егеттәре

Ҡыҙҙар сортовать итә,

41.Кеше кейә аҡ ойоҡ,              

Беҙгә чёрныйы ла юҡ.

Кеше любит председатель

Беҙгә конюхы ла юҡ.

42.Раз, два, четыре,    

Беҙҙең ҡыҙҙар хитырый,

Яулыҡтарын артҡа бәйләп     

Елкәһендә бет йөрөй.

43.За водой пошла,     

На дороге хат нашла. 

Хатты алып уҡығас,

Без воды домой пошла.

44. На столе стоит стакан,

Ә стәкәндә тараҡан.

Сығып китте ул ауылдан

И привёз мне сарафан.

45. Сербиянка, сербиянка,

Сербияночка моя.

Кисә ыштаның бар ине,

Бөгөн ыштаның ҡайҙа?

46. В воде, в воде, в воде, в воде,

В воде тонешь или нет?

Мин һине күрмәй түҙәлмайым,               

А ты можешь или нет?

47. Рус әйтә тары ярма,

Башҡорт әйтә — пшено.

Эти девки —ҡыҙыл ауыҙ

Алам тиһәң ышана.

48. Во уфимском магазине

Продаются волоса.

Наши милые мальчишки

Ҡыҙҙар өсөн талаша.

49. Гуси-ҡаҙҙар, гуси-ҡаҙҙар

Плавают — йөҙәләр.

Йәш егеттәр ҡыҙҙар өсөн

Умирают — үләләр.

50. Тау башында, под горою

Гуси-ҡаҙҙар йөҙәләр.

Почему ҡала ҡыҙҙары

Умирают — үләләр.

51. Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң

Исемдәре Люция

Һинең йәрең шофербулһа,

Минеке — милиция.

52. Уфаларға барған саҡта,

Туҡһан туғыҙ ыстанца.

Һөйһәң —люби,һөймәһәң —юҡ.

Һөйөүселәр беҙ конца.

53. Минең дуҫым китеүенә,

Комиссарҙар виноват,

Комиссарҙар не виноват,

Военкомат виноват.

54. Сердце не понимаешь,

Сердце не понимаешь.

Һинең менән йоҡлар инем

Барыбер хырылдаешь.


Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz