Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Кесаҙна, 28.03.2024, 11:59

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1213

Тиҙәйткестәр

 Сейәлектән сыҡҡан саҡта,
Сей сейә сәйнәй-сәйнәй,
Сикәләрем сатнар сиктә.

Һарыҡ һап-һоп баҫып,
һыйырға һыйланырға килгән,
һыйыр, һәлпелдәй-һәлпелдәй,
һармаҡ һарыҡты һап-һары һалам менән һыйлаған.

Һалҡын ағай, кит-кит,
Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ!
Һөтлө һыйыр яланда, яланда.
Майлы бутҡа ҡаҙанда, ҡаҙанда.
Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа, баҙарҙа.
Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ! (Халыҡ ижадынан.)

Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙҙеке, һеҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме, мөгөҙө үгеҙҙекеме?

Баҫ, баҫ, Аҫылбикә!
 Баҫ, баҫ, Аҫылбай!
Әҫәрләнеп баҫмайынса,
Тәьҫирләнеп баҫмайынса,
Иләҫләнеү баҫылмай!
Сәғәт һуға даң-даң,
Хәбәр бирә таңдан.
Мәктәпкә барырға
Ун биш минут ҡалған.

Нисә ҡарға һәм нисә тал!
Осоп килгән, ти, бер нисә ҡарға һәм ҡунған, ти, улар талға.
Берәмләп ултырһалар,
Талһыҙҡала, ти, бер ҡарға.
Икешәрләп ултырһалар,
Ҡарғаһыҙҡала, ти, бер тал.
Әйтегеҙ әле, нисә ҡарға һәм нисә тал булған?

Биш бесәй.
Мейес башында биш бесәй,
Биш бесәйҙең биш башына
Төшмәһен мейес ташы.

Һылыубикә һигеҙ һарыҡ һуйған, һигеҙе лә һимеҙ, һигеҙенән дә һигеҙ һауыт май сыҡҡан. Һиҙиәт һыйырға, һарыҡҡа һалам һалғанда, һәнәгенең һабын һындырған, һыныҡ һәнәген Һәҙиәгә һикһән һумға һатҡан.

— Төлкө, төлкө, төләймән,
Төндә ҡайҙа бараһың?
— Яу еренә барамын.
— Унда ниңә бараһың?
— Киҫәк-киҫәк итем бар.
— Уны ҡайҙа ҡуяһың?
— Таш аҫтына ҡуямын.
— Ағып китһә нишләрһең?
— Үкереп-үкереп илармын да
һыуға батып үлермен. (Халыҡ ижадынан.)

Өләсәйем.
Өйҙәгеләрҙе өҙлөкһөҙ
Өйрәтә өләсәйем:
«Өлкәндәр өгөт өләшә,
Өгөттәр өләшәйем!
Өлкәндәр өмөт өләшә
— Өмөттәр өләшәйем!»
— Өҙөлөп-өҙөлөп,
Өҙөлөп-өҙөлөп,
Өндәшә өләсәйем. (Ә. Әхмәт-Хужа.)

 Еүәйрә.
Епшек елдә еүешләнмәҫ,
 Еңмешләнмәҫ Еүәйрә...
Еңмешләнмәһә Еүәйрә,
Ереклеләге еңгәһе
Емеш-еләк ебәрә,
Егәҙеләге еҙнәһе Ебәк елән ебәрә
— Еңмешләнмә Еүәйрә! (Ә. Әхмәт-Хужа.)

 Көләс.
Көләс кеткелдәп көлә:
 Кемде күргән көҙгөлә?
Күркәмләнеп киткән Көләс,
Көйәҙләнеп киткән Көләс,
Күкһел күлдәген кейгәс!
Күлдәген күреп көҙгөлә,
Көләс кинәнеп көлә. (Ә. Әхмәт-Хужа.)

Әйтсе.
Әйтсе миңә, әйтсе миңә,
Әйтсе серен, әсәкәй!
Әллә һин бешергәнгәме,
Бигерәк тәмле әпәкәй! (А. Игебаев.)

 Гөлбаҡсабыҙ гөрләй.
Гөлбаҡсабыҙ гөрләүектәй гөрләй,
Гөлбаҡсабыҙ гөжләй, геүләй, гел-гел...
Гәпләшһәләр Гөлнур, Гөлдәр, Гөлкәй,
Гәпләшһәләр Гәүһәр, Гөлшат, Гөлгөл. (Ә. Әхмәт-Хужа.)
Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz