Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йома, 19.04.2024, 07:50

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Тыуған ил һәм ырыуҙар берҙәмлеге тураһындағы йырҙар

Тыуған ил һәм ырыуҙар берҙәмлеге тураһындағы йыр­ҙар — тарихи йырҙарҙың халыҡ эпосына барып тоташыусы иң боронғо тематик төркөмө. Бындай йырҙарҙың иң мәшһү­ре — ул башҡорт халҡының тарихи гимны дәрәжәһенә күтәрелгән "Урал" йыры. Борон бер ырыу икенсеһенә яу асып, бер-береһенең йәйләүен баҫып, мал-тыуар, бала-саға, ҡатын-ҡыҙын урлап йәшәгән саҡта, тип әйтелә йыр тарихында, ырыу аҡһаҡалдары яулашыу, даулашыуҙы туҡтатырға өндәп һүҙ ташлағандар, ти. Бар халыҡ быны хуп күргән. Шу­лай ҙа көслө ырыу һаман да көсһөҙ ырыуҙы талап торор тип шөбһәләнеп, бер ҙә булмаһа Мәскәү батшаһына барып баш һалайыҡ, тип һүҙ ҡуйышҡандар. Аҙаҡ сиктә бөтә ырыу аҡ­һаҡалдары йыйылып бөрйән ырыуынан Иҫке бей, үҫәргән ырыуынан Бикбау бей, ҡыпсаҡ ырыуынан Ҡарағужаҡ бей, тамъян ырыуынан Шәғәле Шаҡман бей атлы кешеләрҙе Иван Грозный батшаға ебәрергә булғандар. Батша башҡорт бейҙә­рен ҙурлап ҡаршы алған, һарайҙарын күрһәткән, ҡунаҡ иткән, бейҙәрҙең барыһына ла ҙур бүләк, тарханлыҡ биргән, ти. Ер-һыуҙарына грамота алып, бейҙәр ҡайтып киткәндәр.

Илселәр илгә ҡайтҡас, ете ырыу халҡын бер ергә туплап ошо ваҡиға уңайы менән ҙур бер туй яһағандар, ти. Башҡорт ырыуҙарының берләшеүен хуп күргән халыҡ уның өсөн "ата ла, әсә лә булған" Уралды данлап йыр сығарған, ти.

Шулай итеп, йырҙың тарихына ҡарағанда, "Урал" йыры тәү башлап башҡорт ырыуҙарына бер төйәккә тупланырға мөмкинлек биргән тыуған ер хөрмәтенә сығарылған дан йыры булып тыуған.

Һуңға табан, айырыуса XVIII быуатта, "Урал" йырында милли-колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәш темаһы беренсе планға сыға, тыуған төйәк азатлығы өсөн көрәшеүсе батырҙар образы үҙәк урынды ала, сөнки тап ошо осорҙа башҡорт ерҙәрен талау бығаса күрелмәгән төҫ ала. Башҡорт ерҙәрендә 1701 йылда, мәҫәлән, Каменск-Уральский, артабан Екатеринбург (1721), Түбәнге Тагил (1725), Орск (1735), Силәбе (1736), Ырымбур (1743), Златоуст (1754), Миәс (1773) кеүек завод-ҡәлғәләр һалына. Бының өсөн халыҡтың ер-һыуҙары талап алынған, урмандары киҫелгән. Яфа-михнәткә түҙеме бөткән халыҡ һәр быуын һайын тиерлек, ер-һыуын һаҡлап, яуға күтәрелгән. 1705—1711, 1735—1740, 1755—1756, 1773—1775 йылдарҙа булып үткән дәһшәтле ихтилалдар ана шул хаҡта һөйләй. Бер нисә быуын үҙ башынан кисергән был көрәштең халыҡ өсөн ни хәтлем ауыр булыуы, ошо көрәштә "ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған" батырҙарҙың эпик образы "Урал" йырында ғәжәп поэтик көс менән дөйөмләштерелгән.

Батырҙарҙың яҡты образы халыҡты милли-колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәшкә саҡыра, еңеүгә илһамландыра.

Теге йәки был сәбәптәр арҡаһында Уралдан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың ижадында "Урал" йыры башҡараҡ йүнәлеш-тә үҫеп киткән. Унда тыуған ерҙе һағыныу мотивтары хатта тышаулы көйөнсә лә үҙенең элекке өйрәнгән төйәгенә — Уралға ҡасып ҡайтыусы мал образы аша бик оҫта һүрәтләнә.

Ҡайһы бер йырҙарҙан сығып фекер йөрөткәндә, Уралдан айырылып китеүҙе халыҡ кире баһалаған. "Солтанбәк" йырында, мәҫәлән, ғәйнә ырыуы башҡорто Солтанбәктең Уралдан ялан яғына күсеп китеүе һәм, унда ҡазаға юлығып, киренән элекке төйәгенә әйләнеп ҡайтыуы тураһында хикәйә ителә.

Тарихи йырҙарҙа боронғо ырыу-ара ыҙғыш-талаш, ығы-зығы күренештәренең поэтик һыйланышын күрергә мөмкин. "Искәндәр" йырында, мәҫәлән, бөрйәндәрҙең ҡатай ырыуы ке­шеһе Искәндәрҙе үлтереүе хаҡында һүҙ бара һәм шундай һығымта яһала: "Исеме лә яҡшы Искәндәрҙең, бөрйәндәргә булһын яҙығы". "Йыуасалы" йырында ниндәйҙер ыҙғыш-та­лаш арҡаһында таралып киткән бер ырыу хаҡында йырлана.

Бер төркөм йырҙарҙа башҡорт ерҙәрен талау күренештәре сағылып ҡалған. "Сәҙе буйы", "Справник", "Йәмәлекәй" кеүек йырҙар — бының асыҡ миҫалы. Шуныһы характерлы: бындай төркөм йырҙарҙа ер-һыу таланыуының сәбәбен халыҡ ырыуҙар араһында берҙәмлектең булмауы йә иһә "мәғрифәт­һеҙ ир"ҙәрҙең ғәмһеҙлеге менән аңлата. "Васыят та булып ҡалған ерҙе мәғрифәтһеҙ ирҙәр һаталар", — тиелә "Башҡорт ере" исемле йырҙа. Э "Шарлы урман" йырында иһә шундай һығымта яһала:

Йәмле Шарлы урмандың уртаһында

Уралып-сырмалып үҫкән бер уҫаҡ.

 Шул Шарлы урман ҡулдан китмәҫ ине,

 Бөтә Яйыҡ һыбы бер булһаҡ.

(Яйыҡ һыбы — Меңле ҡәбиләһенең бер ырыуы, хәҙерге Әлшәй районының Ташлы, Баязит, Әлшәй (Раевка), Түбәнге һәм Үрге Аҡҡолай, Ҡармыш, Сураҡай, Сурай ауылдарын берләштергән булған.)

Боронғо ырыу-ара мөнәсәбәттәргә, ырыуҙар тарихына, уларҙың көнкүрешенә бәйле хәл-ваҡиғалар тарихи йырҙарҙа шаҡтай тулы сағылып ҡалған. Тарҡаулыҡты, ырыу-ара та­лашты кире баһалау һәм, киреһенсә, берҙәмлеккә саҡырыу кеүек мотивтар туранан-тура эпик традициялар ерлегендә тыуа һәм күп кенә боронғо тарихи йырҙарҙың идея-тематик нигеҙен тәшкил итә.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz